2024 йылдың һигеҙ айында 56 йәштән өлкән ҡатын — ҡыҙҙар араһында иң күп вафат булғандар теркәлә - 13,3 мең кеше (2023 йылға ҡарата үҫеш 4,7%). Шул уҡ ваҡытта 61 йәштән өлкән 10,3 мең ир-ат вафат була (үҫеш 1 процент). Эшкә яраҡлы йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар араһында вафат булғандар һаны 9 процентҡа арта, ғинуарҙан августҡа тиклем был төркөмдә 1,9 мең кеше вафат була. Бәлиғ булмағандар араһында һигеҙ ай эсендә 225 кеше вафат булған, был былтырғы күрһәткестән 3,7 процентҡа юғарыраҡ.2024 йылдың ғинуар-авгусында халыҡтың тәбиғи кәмеүе уҙған йылдың һигеҙ айы менән сағыштырғанда бер ярым тапҡырға артҡан.