–Кеше үлтереүсенең урыны төрмәлә! – Зәңгәр күҙле, һап-һары оҙон сәсле, ап-аҡ йөҙлө, барби ҡурсағына оҡшап торған йомро ҙур түшле, ҡырҡҡа етеп килһә лә һомғол кәүҙәле ҡатын зәһәр ыҫылдап үҙенән һорау алған журналистарға шулай тип яуап бирҙе.
– Зөлхизә Рәилевна һеҙҙең ҡыҙығыҙ бит. Бер ҙә йәл түгелме ни?! – Яулыҡ ябынған, оҙон күлдәкле ҡатын микрафонын ҡатынға яҡыныраҡ килтереп һорауын бирҙе.
– Закон алдында барыбыҙ ҙа бер тигеҙ. Кеше үлтереү уйын эш түгел. Һәр кем тейешле язаһын алырға тейеш! Ҡыҙыммы ул минең, түгелме... – тине Зарина күҙен дә йоммай.
– Бүтән берәү булһа балаһын ярлыҡауҙарын һорап зар илар, инәлер ине. Һеҙ фәрештәлер ул... – тине бер журналист һоҡланыуҙан телен шартлатып.
– Мин дөрөҫлөк яҡлы... – Яуап биреүсе тамағын ҡырып ҡуйҙы.
Хөкөм залынан аңҡы-тиңке булып сығып килгән Рәфит Рәмзилович килененең журналистарға биргән интервьюһының осон ғына ишетеп ҡалды. Йәнә йөрәге тулап ҡуйҙы. Көс хәл менән машинаға барып ултырғас: “Фәрештә имеш берәү. Йүнле кеше ҡыҙынан саҡ ҡына олораҡ егетте үҙенә әүрәтәме ни? Балаһының башына етте”, – тип асыулы уйлап ҡуйҙы.
Элекке тәфтишсе, полиция майоры быға тиклем хөкөм залына енәйәт эшен тикшерер өсөн килә ине. Бөгөн бер туған мәрхүм ҡустыһының берҙән-бер ҡыҙы Зөлхизәгә хөкөм итеү эшен башланылар. Ун туғыҙ йәшлек баланы егерме биш йәшлек әсәһенең һөйәрен үлтереүҙә ғәйепләп алты йылға рәшәткә артына ултыртып ҡуйырға уйлайҙар. Әсәһенеке кеүек ҙур зәңгәр күҙле булһа ла, эскерһеҙ, был донъяға бер ҡатлы ышаныуҙар менән ҡарап торған күҙҙәрен шар итеп асып: “Рахман танышыу менән бәйләнеп йонсотто. Теге юлы Мәскәүгә уҡырға киткәс тә, смс-хаттар яҙып йәнде көйҙөрҙө. Һуңғы ҡайтҡанда бөтөнләй тынғылыҡ бирмәне. Иҙән йыуып йөрөгәндә бер көндө артымдан килеп ҡосаҡланы. Йүгерергә сыҡҡанда ла эҙәрлекләне. Ә ул үлгән көндө артымдан эйәреп аш-һыу бүлмәһенә ингән ине. Әсәйем өйҙә юҡлығын әйтһәм дә, сығып китергә ашыҡманы. Былау бешерергә тип ит турап торғанда килеп ҡосаҡлағанын ғына иҫләйем. Уянып киткәндә ҡулымда бысаҡ, ҡанға батҡан егет эргәмдә иҙәндә ята ине. Уға нисек сәнскәнемде лә, ни өсөн үҙем иҫһеҙ йығылғанымды ла хәтерләмәйем. Атайым үлгәндән һуң, йоҡлай алмай йонсоғас, табип тынысландыра торған яҙыу яҙып бирҙе. Уны эсә башлағас, үҙемде күп ваҡыт томан эсендә йөрөгән кеүек тоя инем былай ҙа”, – тип тәфтишселәргә яуап биргәндә әйткән хәбәрҙе хөкөм залында ла һөйләне. Аҙғын егет көсләргә маташҡанда үҙен яҡлаған. Ҡанданмы, әллә үҙенең ҡылығынан ҡурҡыпмы, иҫтән яҙған. Ә үҙенең аңлайышһыҙ хәле, наркотик матдәләр ҡулланыуҙан, тип һығымта яһалды ла, киләһе судҡа тиклем тикшереү эшен дауам итергә, ҡулға алырға тип ваҡытлыса ҡарар сығарылды.
Ҡыҙы урынына күреп яратҡан Зөлхизә өсөн ут йотоп ултырҙы Рәфит. Әсәй кешенең балаһының яҙмышы хәл ителгәндә нишләп рәшәткә аша булһа ла янында ултырмауына аптырап уйлап ҡуйған ине. Юғары суд бинаһының ишек алдында бер өйөр журналистарҙы ауыҙына ҡаратып торғанын күргәс, аңланы. Киленендә бала ҡайғыһы юҡ икәнлеген.
Бер ни тиклем иҫен йыйып ултырғас, килене Зарина янында элекке курсташы, ҡалалағы иң текә нотариустарҙың береһе Марсты күргәс, терт итеп ҡалды. Тегеләре урамда үтеп-һүтеп халыҡтан да тартынмайынса супылдашып үбешкәндән һуң, Рәил ҡустыһынан ҡалған машинаға ултырып сығып киттеләр.
Ҡайтҡас Рәғиҙәһенә күргән-ишеткәндәрен һөйләгәс, ҡатынының артыҡ иҫе китмәне.
– Бәй, ҡасандан бирле Марстың һөйәркәһе бит. Шуны ла белмәйһеңме ни?! Һинең полиция булып йөрөүең... – тип эләкләп тә алды тегенеһе.
– Нисек инде һөйәркәһе? Ә теге Зөлхизә үлтергән егет кеме ине һуң? – тип йәнә аптыраны ир.
– Уныһы ла апһындыҡы ине. Берәүҙән икәү яҡшы, тиҙәрме әле? Шуның һымаҡ инде, – тип яурындарын һикертте лә, – Зөлхизәнең кешегә бысаҡ күтәреүенә нимә тиһәләр ҙә ышанмайым. Кеше үлтереү түгел, бесәй балаһын да рәнйетмәй бит ул. Өс бала тәрбиәләп, егерме йылға яҡын мәктәптә уҡытҡан кеше мин быны ғына беләм, – тип иренең яраһына йәнә тоҙ һибеп ҡуйҙы.
– Мин дә ҡыҙымдың кешегә бысаҡ күтәреүенә ышанмайым да, әммә бөтөн нәмә, хатта үҙенең һөйләгәндәре лә үҙенә ҡаршы бит. Етмәһә, наркотик матдәләр ҡулланған тип, тора бөгөн судья, – тине ире аңҡауына йәбешкән телен саҡ-саҡ әйләндереп.
– Алты йыл үҙе бер ғүмер. Унан имен-һау сыҡҡан хәлдә лә, ниндәй ҡиәфәттә, кем булып сыға бит әле, – тип күңелсәк Рәғиҙә сеңләп илап та ебәрҙе. Бер ни тиклем күңелен бушатып алғас: – Бүтәндәрҙең тикшереүенә ышанып ятмайынса, әллә эште үҙ өҫтөңә алаһыңмы? Ундай эштә һиңә ситтән аҡыл һорарға түгел бит, – тип өҫтәп ҡуйҙы.
“Ҡатын-ҡыҙҙың сәсе оҙон, аҡылы – ҡыҫҡа, тип кемгә ҡарата әйткәндәрҙер. Әммә минең ҡатынға ҡарата түгел. Әле ул янымда булмаһа, нишләр инем икән? Бер-бер артлы килеп төшкән ҡайғыларға түҙмәйенсә йә муйыныма элмәк һалыр, йә эскегә һабышыр инем. Ҡатындың әйткәненә ҡолаҡ һалырға кәрәк. Тимәк, яҙмышҡа күнеп, баш баҫып ултырырға түгел. Бер сараһын күрергә кәрәк”, – тип үҙ алдына уйлап, үҙенең был ҡарарына бер мәлгә күңеле күтәрелеп ҡулдарын ыуып ҡуйҙы.
Ҡапыл ҡустыһы үлеп китеп, әле үҙенең ҡыҙылай яратҡан Зөлхизәнең бәләгә тарыуы ныҡ бөтөргән ине Рәфит. Тиҙ генә ниндәйҙер дөрөҫ ҡарарға килер, артабан ҡустыһының ҡыҙын ҡотҡарыр өсөн уландары менән йыйылып һөйләшергә, кәңәшләшергә ҡарар итте. Өс улына бер-бер артлы шылтыратып, иртәгә эштән һуң ялдарға үҙенә саҡырҙы.
Өсөһөнән дә ыңғай яуап алғас, уларҙы иртәгә ҡаршы алыу өсөн пландарын тормошҡа ашырырға кереште. Өфөгә күрше районда йәшәгән бер танышына бер нисә сәғәттән барып етеүе, һатлыҡ бер һарыҡты һуйып эшкәртеп тороуын һораны ла юлға йыйынды. Килеүҙәренә бишбармаҡ бешереп, шешлеккә ит әҙерләп ҡуйырға уйланы.
Дүрт яҡлы ҙур ағас йорттоң эсенә инеү менән йәш иттең боҫо боҫрап, тәмле ит еҫе танауҙарына килеп бәрелгәс тә, өлкән, әлегә берҙән-бер килене Таңсулпан: – Беҙҙән йәшереп кенә әллә берәй ерҙә ферма тотаһығыҙ инде. Килгән һайын яңы ғына һуйылған ит менән һыйлайһығыҙ, – тип һөйләнә-һөйләнә ҡәйнәһенә өҫтәл ултыртырға ярҙамлашырға ашыҡты.
Айбулат ағалары артынан Айсыуаҡ менән Айтуған да ҡайтып еттеләр. Әлегә берҙән-бер ейәнсәре Әминәнең тәтелдәүенә, улдарының бер-береһенән хәл белешеп һораша-һораша өҫтәл янына йыйылыуҙарына күңеле булып Рәфиттең. Бер мәлгә донъяһы түңәрәкләнеп киткән төҫлө ине лә, төрмә ашына хушһынып, һыуыҡ камерала ултырған Зөлхизә күҙ алдына килгәс, йәнә сырайы ҡараңғыланды. Ундағы үҙгәрештәрҙе һәр күҙәнәге менән тойоп, хәлен аңлап ултырған Айбулат:
– Атай, хәлдәр шул хәтлем насармы ни? – тип һорап ҡуйҙы.
– Аш алдында өндәйшмәй торайым тигән инем дә. Насар шул. Һеңлегеҙҙе уйлап йөрәгем әрней, – тине.
– Зөлхизәнең был эшкә ҡулы барыуына ышанмайым. Сеймәлсек ептең осон табырға кәрәк, – тип Айбулат ултырған урынынан тороп уҡ китте. – Йә тәфтишсе тикшереү барышында нимәнелер күҙ уңынан ысҡындырған, йә бөтөнләй эште тиҙерәк ябыр өсөн илке-һалҡы ғына ҡараған.
– Әсәйең менән беҙ ҙә шул фекерҙә, улым. Кәңәшләшергә һеҙҙе йыйҙым да инде. – Алдына ни арала килеп ултырған Әминәне тупылдатып ярата-ярата һүҙен дауам итте. – Үҙемдең генә осона сығырлыҡ хәл юҡ. Ҡайғы – аш түгел, икән.
– Үҙем ул ваҡытта командировкала булып ҡалдым шул. Ентекләп тикшерерҙәр, Зөлхизәне аҡларҙар тип тә өмөтләнгән инем, – тине атаһы юлынан киткән Айбулат. – Иртәгәнән үҙем эҙләнә, тикшерә башлайыммы әллә?
– Шулай итмәй булмаҫ, улым. Иң тәү сиратта енәйәт ҡылынған урынды ҡарарға кәрәк... (Авторы Рәзинә Зәйнетдинова). Дауамын иртәгә уҡырһығыҙ.