Хәҙер ярат!
(оло апайҙың иренә әйткәне)))
Һин мине яратҡан саҡта
Матур инем, йәш инем,
Ни ҡыланһам да килеште –
Донъяла иң шәп инем!
…Оҡшамай әйткән һүҙем дә,
Бик һайлап хәбәр һүтәм,
Ғәйеп табаһың юҡтан да –
Яратмайһыңдыр бүтән!
Йәмһеҙләнгәнмендер, беләм,
Һүҙҙәрең – йәнгә яра,
Үҙең дә әллә кем түгел,
Ана, көҙгөгә ҡара!
…Шулай инде. Ҡартаябыҙ.
Йәнәшә үтә ғүмер,
Дөрләп янған усаҡтарҙан
Күптән ҡалған көл-күмер.
Көлөн борҡолдатмай ғына,
Бысранмай күмеренә,
Матур менеп ултырайыҡ
Ҡартлығыбыҙ түренә.
Йәшлек уҙған, буяу уңған,
Һағыштарымды тарат,
Йәш саҡта яратыу - пүстәк,
Шәп булғас, хәҙер ярат!
Фирүзә Абдуллина.