28 ноябрҙә мәләүездәр махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған яугир, ефрейтор Артур Насиров менән бәхилләште.
Яҡташыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатыу сараһында уның яҡташтары, әсәһе, район хакимиәте вәкилдәре, Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Федоровка райондары хәрби комиссары урынбаҫары Сергей Кочергин, мәрхүмдең бергә хеҙмәт иткән иптәше, белем алған мәктәп һәм уҡыу йорто педагогтары, класташтары һәм башҡалар ҡатнашты. Улар Артурҙың ихлас, ярҙамсыл, изге күңелле булыуы тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Артур Ринат улы 2002 йылдың 15 октябрендә Мәләүездә тыуған. Ҡаланың 4-се мәктәбенең 9-сы класынан һуң Мәләүез механика-технология техникумын тамамлай. Төрлө ойошмаларҙа эшләй.
2022 йылдың 26 сентябрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн контракт төҙөй. Белгород, Луганск, Донецк өлкәләрендә ҡаһарманлыҡ күрһәтә.
2023 йылдың 13 октябрендә һәләк була. Өйләнмәгән.
Беҙ мәрхүмдең әсәһе Рәзидә Фәрит ҡыҙының һәм барлыҡ туғандарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, күркәм сабырлыҡ теләйбеҙ.
Ватан именлеге өсөн ғүмерен йәлләмәгән яҡташыбыҙҙың батырлығы менән ғорурланабыҙ.