Йылдың һуңғы айы декабргә лә аяҡ баҫтыҡ. Ялҡау ғына итеп яуған ҡар бөртөктәренә ҡарап бәләкәй саҡта Яңы йыл ҡаршылаған мәлдәр иҫкә төштө. Урта быуын кешеләре иҫләйҙер, мәктәптә уҡыған саҡта төҫлө ҡағыҙ булмағас, дәфтәр биттәрен төрлө төҫкә буяп, шыршы биҙәр өсөн сынйырҙар эшләй торғайныҡ. Клубта үткән Яңы йыл байрамын ҡаршылау үҙе бер күңелле сара була торғайны. Һәр уҡыусы кеше танымаҫлыҡ итеп костюм кейә.
Бер йылы мин сегән ҡыҙы булып кейенергә ҡарар иттем. Маска эшләүҙе иҫәпкә алмаһаң, артыҡ көсөргәнергә лә түгел: өләсәйемдең ялтыр-йолтор, балитәкле күлдәген кейҙем, тәҙрә ҡоршауҙары ла ярап ҡалды. Өләсәйемдең юрғандай сағыу сәскәле суҡлы шәлен ябынғаным бөгөнгөләй иҫтә. Кисен кетәктә йоҡларға сумған тауыҡты уятмай ғына тәпәйен оҙон резинка менән бәйләп, кәрзингә һалдым да клубҡа киттем Яңы йыл байрамын ҡаршыларға. Халыҡ күмәк, уҡыусыларҙың тамашаһын ҡарарға өлкәндәр ҙә килгән. Шыршы тирәләй әйләнәбеҙ, йырлап бейейбеҙ, бер заман тауышҡа тертләп тауығым шыршы яғына осоп китте, ярай резинка бауы әллә ҡайҙа ҡасырға ирек бирмәне. Маска кейгәндәрҙе барыһы ла танырға тырыша. Мине бер кем дә танымай, тип күңелемдән тантана итеп йөрөгәндә һары башлы класташ малай ҡысҡырып ебәрмәһенме! Ҡупшы итеп атайым төпләп биргән быймамдан таныған! Бала саҡтың бына шундай Яңы йыл байрамы иҫтәлектәре күңелдә уйылып ҡалған.
Ҡәҙерле дуҫтар, һеҙҙең дә йылы Яңы йыл хәтирәләре иҫегеҙҙә һаҡланалыр. Әйҙәгеҙ, “Яңы Йыл мажаралары” тип аталған конкурста ҡатнашып, иҫтәлектәрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ! Иң ҡыҙыҡтары гәзит битендә донъя күрәсәк. 25 декабргә тиклем барған конкурс еңеүсеһенә бүләккә - байрам табынына ҡаҙ!