Әгәр мөхәббәт булмаһа. Хикәйә. Гөлсирә Ғиззәтуллина
Ата-әсәһе Искәндәр бәләкәй саҡта уҡ айырылышҡан. Атаһы йәнә ике тапҡыр өйләнгән, балалары бар. Әсәһе шулай уҡ тағы ике тапҡыр кейәүгә сыҡҡан… Тағы ла әсәһенең беренсе, икенсе, өсөнсө һәм хәҙерге һөйәрҙәре бар. Иң ҡыҙығы – ошо ғәм халыҡтың барыһы ла үҙ-ара дуҫтар…
Алһыу үҙен ғәрәсәтле ҡойон уртаһына килеп юлыҡҡан елкәнле карап һымаҡ тойҙо. Быға тиклем ул дөрөҫ тип уйлаған бөтөн ҡиммәттәре емерелә, тормошҡа ҡарашы үҙгәрә башланы. Искәндәр уны тотош байрамдан ғына торған ғәжәйеп бер яңы донъяға алып инде. Тамашалар, банкеттар, ирекле мөнәсәбәттәр, сикләнмәгән шәхес азатлығы… Баштарың әйләнерлек шул.
– Бер кем дә бер кемгә лә бер нәмә лә тейеш түгел, – тип ҡабатларға ярата егет, һәр бер һүҙгә баҫым яһап. – Тормошҡа еңелерәк ҡарарға кәрәк. Әхлаҡты уны үҙ-ара көнитмештә уңайлы булһын өсөн кешеләр махсус уйлап сығарған. Алла бабай күктән төшөрмәгән был ҡағиҙәләрҙе.
Егеттең ғаиләгә ҡарата ла ҡараштары үҙенсәлекле.
– Бына минең өс атайым, өс әсәйем бар. Улар барыһы ла мин тип өҙөлөп тора. Шул насармы ни? – ти ул йәнде иретерлек йылмайыу менән.
Ата-әсәһе Искәндәр бәләкәй саҡта уҡ айырылышҡан. Атаһы йәнә ике тапҡыр өйләнгән, балалары бар. Әсәһе шулай уҡ тағы ике тапҡыр кейәүгә сыҡҡан… Тағы ла әсәһенең беренсе, икенсе, өсөнсө һәм хәҙерге һөйәрҙәре бар. Иң ҡыҙығы – ошо ғәм халыҡтың барыһы ла үҙ-ара дуҫтар…
Был ҡыҙға шул тиклем заманса тойола. Үҙенең ғаиләһе, күңелһеҙ һәм тар тормоштары өсөн уңайһыҙ булып китә.
– Нимә-нимә, ирҙәрҙән бәхетем бар, ти минең әсәй ҡарсыҡ. – «Ҡарсыҡ» тип шаярта Искәндәр. Ул мәңге йәш әсәһенең еңеүҙәре менән ифрат ғорурлана. Шуға күрә ниндәйҙер бер магазин директорының, дүрт балаһы менән ҡатынын ташлап, әсәһе алдында шыуышып йөрөгәнен көлә-көлә һөйләргә ярата.
– Эй мәрәкә, әсәйем туфлийының осо менән генә уны бесәй балаһы шикелле генә этеп ебәрә. «Бисәң менән балаларың янына ҡайт», – тип ҡыуалай, ә ул ҡабат мүкәйләп килеп аяҡтарын ҡосаҡлай. Шул арала енләнеп, мәсекәй әбей кеүек ҡатыны килеп инде лә ҡулындағы зонты менән әсәйемде туҡмай башланы. Әсәйем, тәне күгәреп сыҡһа ла, уны судҡа бирмәне. – Әсәһенең киң күңеллелеге уны сикһеҙ һоҡландыра.
Матурлыҡҡа ҡараш та ғәжәпләндерә Алћыуҙы был яңы донъяла. Бында уны тауар һымаҡ баһалайҙар. Ана бит, Алһыуға ла туҡтауһыҙ һоҡланып, маҡтап торалар. Был ҡыҙҙы тәүҙә уңайһыҙландыра ине, тора-бара шаҡтай оҡшап төштө.
Ә уларҙың ғаиләһендә аң-белем, маһирлыҡ, зиһен юғарыраҡ баһалана, тоғролоҡ, выждан, тәүфиҡ тигән күңелһеҙ ҡиммәттәр һанлана. Алһыу үҙенең яңы асыштарын ҡайтып һөйләп, матурлыҡты файҙаланыу, ҡиммәтерәк, файҙалыраҡ итеп һата белеү ҡеүәһе хаҡында фекер йөрөтә башлағайны… Был һүҙҙәр әсәһен хатта ытырғандырып ебәрҙе. Моғайын, ғүмерендә беренсе тапҡырҙыр, ул ҡыҙына ысынтылап асыуланды.
– Нисек инде табышлыраҡ итеп һатырға? – тип аптыраны ул. – Инде мин нимә эшләргә тейеш: берәй миллионерҙы эләктерергә, атайыңды ташларғамы? Шунан, минең яхтам, ҙур йортом бар икән, ти. Әммә унда яратҡан кешеләрем: атайың, һин, өләсәйең, ағайҙарың, еңгәйҙәрең, бәпестәр булмаһа, күңелем ятҡан эшем булмаһа, миңә нимә менән шөғөлләнергә? Алтын әйберҙәрҙе бер урындан икенсеһенә күсереп, алтын табаҡтан алтын кәнфиттәр ашап, үҙ-үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәй, хеҙмәтселәремдең ҡанын ҡарайтып ултырырғамы?
– Бушты сурытма әле, әсәй. Һин минең нимә тип әйтергә теләгәнемде бик яҡшы аңланың, – тине Алһыу. – Әллә ниндәй сәхнә түрҙәрен биҙәрлек, «Мисс мира» булып бриллианттарға лайыҡ булырлыҡ матурлығың тураһында һүҙ бара.
– Ниңә, әсәйеңдең бриллианты бар ул, – тип вайымһыҙ ғына һүҙ ташланы атаһы. – Иң ҡәҙерле ҡаҙаныштары өсөн лайыҡ булды.
– Нисек? Ҡайҙа ул? – тип ғәжәпләнде ҡыҙ.
– Олатайың менән өләсәйеңдең орден-миҙалдары, атайыңдың наградалары һалынған ҡумтала ята, – тине әсәһе. – Ҙур ағайың тыуғас, атайың, бөтөн тапҡан-табынғанын йыйнаштырып, бриллиантлы йөҙөк, Айнур ағайың тыуғас, алҡа бүләк иткәйне. Ә инде һин тыуғанда, шаҡтай бай булғас, кольеға ла аҡсаһы етте, – тип көлдө әсәһе.
– Улар бриллиантмы ни? – тип шаҡ ҡатты Алһыу. – Нишләп был турала бер ваҡытта ла әйткәнегеҙ булманы?
– Әллә, – тине әсәһе. – Уның һиңә шул тиклем әһәмиәтле булғаны башҡа ла инеп сыҡҡаны юҡ.
«Ысынлап та, – тигән уй килде Алһыуҙың күңеленә. – Бының шул тиклем әһәмиәтле булғанын күптән түгел үҙем дә аңламай инем». Ул ни өсөндөр асыуланып китте.
– Мине һаман бала күреп, һүҙҙе ситкә алаһығыҙ ҙа китәһегеҙ. Ә мин талант тураһында әйтәм. Атайым, тәбиғәт биргән моңон йәшереп, ауыҙ эсенән генә мөңрәп йөрөмәһә, бөгөндән ҙур артист булып танылырлығы бар кеше. Ул сағында беҙ ҙә башҡасараҡ йәшәр инек.
– Мәҫәлән? – тине атаһы тыныс ҡына.
– Хәтәр йортобоҙ булыр ине, мәҫәлән.
– Дүртебеҙгә дүрт бүлмә етмәйме ни? – тип аптыраны әсәһе.
– Күмәгәйһәк, тағы хәстәрләрбеҙ, – тине аҙ һүҙле атаһы.
– Хәтәр машинабыҙ, – тип дауам итте Алһыу.
– Уның менән ҡайҙа барабыҙ? Хәтәр булмағаны ла айҙар буйына гараждан сыҡмай, – тип ҡаршы төштө әсәһе. – Эшебеҙгә ике аҙым.
– Бына шул шул. Һеҙҙең шул больницағыҙҙан башҡа барырға урынығыҙ ҙа юҡ.
– Һуң, беҙҙең иң теләп, шатланып барған еребеҙ шул эшебеҙ бит инде, – тип һүҙгә ҡыҫылды өләсәһе. Ул, бушана алмаған өсөн алыҫ райондан самолет менән килтерелгән ауыр хәлдәге ҡатынды, ниһайәт, бәпәйләтеп, ауыҙы ҡолағына етеп, ҡайтып ингәйне. – Беҙ бит шунда бәхетлебеҙ.
– Бәхетлеһегеҙ… – тине Алһыу, үсекләшеп. – Исмаһам, ҡунаҡта ла тыныс ултыра алмайһығыҙ, тулыһынса бергәләп ял да иткәнегеҙ юҡ. Йә берегеҙҙе, йә икенсегеҙҙе, йә өсөнсөгөҙҙө алырға артығыҙҙан машина килеп етә.
– Үҙ эшеңдең шундай кимәлдә оҫтаһы булыу үҙе бәхет түгелме ни? – тип йәнә аптыраны әсәһе, ҡыҙына танымағандай ҡарап.
– Йәшлек менән тышҡы матурлыҡ бик тиҙ уңа торған нәмәләр, – тине өләсәһе лә. – Ә оҫталыҡ арта ғына бара.
– Бына шуның өсөн дә уларҙы тиҙерәк файҙаланып ҡалырға кәрәк, – тип ҡабатланы Алһыу Искәндәрҙең әсәһенең һүҙҙәрен. – Был иһә үҙе бер сәнғәт.
– Бының өсөн нимә эшләргә инде?
– Үҙеңде дөрөҫ итеп тәҡдим итергә өйрәнергә, мәҫәлән…
– Бәлки, бында дөрөҫлөк барҙыр. Ысынлап та, белеп һалынған грим тәүге ҡарашҡа етешһеҙлектәрҙе ҡаплайҙыр… Әммә һәр ваҡыт гримда йөрөп булмай ҙа баһа…
– Нишләп булмаһын? – тине Алһыу, Искәндәрҙең әсәһен күҙ алдына килтереп. Ханым шул тиклем нескә, нәзәкәтле, һығылмалы, йөрөшө-торошо, хәрәкәттәре менән хатта бер һөйәкһеҙгә, йыланға оҡшап китә. Бары тик уны ныҡлап белә башлағас ҡына, был нәзәкәтлектең, һәр ишара-ымдың бик тырышып, ғәйәт ентекләп уйланылғанын, арбағыс йылмайыуҙың көҙгө алдында ҡат-ҡат ҡабатлап, репетиция яһап нығытылғанын аңлайһың. «Был да оҫталыҡ. Һәм ниндәй оҫталыҡ әле!» – тип уйланы ул, Искәндәргә ашыҡҡанда.
Ә өс кешегә ҡалған ғаилә кәңәшмәһе, Алһыуҙы танымаҫлыҡ итеп үҙгәртә башлаған был егет менән тиҙ арала танышырға кәрәк, тигән ҡарарға килде.
– Имтихандарын тыныс ҡына тапшырып бөтһөн инде тәүҙә, – тине өләсәһе, һүҙҙе йомғаҡлап. Ҡалғандар уның менән килеште.
Тик яңылыштылар. Икенсе көндө эштән ҡайтыуҙарына, һыуытҡыстың ишегенә йәбештереп ҡуйылған ҡыҫҡа хат ҡына көтә ине уларҙы. «Атай, әсәй, өләсәй! Борсолмағыҙ! Беҙ Искәндәр менән, тиҙ генә диңгеҙгә барып, һыу инеп ҡайтырға булдыҡ. Искәндәргә шундай форсат сыҡты. Һуңғы имтиханымды, әгәр кәрәк тапһам, көҙгә тапшырырмын».
– Был ни тигән хәбәр? – Талапсан әсәһе асыуланып китте. – «Кәрәк тапһам»… Быны нисек аңларға?
– Тимәк, бала йә шоу-бизнесҡа, йә кейәүгә сығырға йыйына, – тине зирәк өләсәй.
– Йә икеһенә бер юлы, – атаһы ауыр һуланы.
– Был ниндәй баш-баштаҡлыҡ, – тип ярһый башланы әсәһе. – Берәй сараһын күрергә кәрәк!
– Ниндәй сараһын? – тине атаһы уйсан ғына.
– Әгәр ҙә был мөхәббәт булһа? – тип уға ҡушылды өләсәһе.
– Әгәр ҙә булмаһа? – Әсәһе йәшенә төйөлдө. – Мөхәббәт булмай ҡуйһа? Был тормошта йышыраҡ шулай ҙа була.
– Был уға ла, беҙгә лә, беҙҙең йәшәү рәүешебеҙгә лә һынау. – Ғалим атаһы, ғәҙәтенсә, тәрәнерәк фекер йөрөттө. – Ә мин ҡыҙыбыҙға ышанам.
– Ниндәй һынау? – тип үкһене әсәһе. – Әле бит уның ун һигеҙе лә тулмаған.
– Бәхеткәме, бәхетһеҙлеккәме, тормош иң ҡатмарлы һынауҙарҙы кешегә ошо йәштә ҡуя ла инде, – тине ҡапыл ҡартайып, шиңеп киткән сая өләсәй.
(Дауамын иртәгә уҡырһығыҙ).