Унда дүрт яҡташыбыҙға Булат Рафиҡов исемендәге әҙәби премия тапшырылды. Донъяның матурлығын бөтә йөрәге менән тойоп йәшәгән ижадсы, йәмәғәт эшмәкәре, сал Уралдың аҡһаҡалы, күп яҡлы талант эйәһе булған яҡташыбыҙҙың хәтер һәм ҡәҙер кисәһенә Башҡортостан Республикаһының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ обьеттарын һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәге дәүләт бюджет учреждениеһы директоры Данир Ғәйнуллин, шағирә, драматург, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Дәүләтбирҙина, “Ағиҙел“ журналының баш редакторы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Мөнир Ҡунафин, “Ағинәйҙәр ҡоро” республика йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, “Киске Өфө” гәзитенең баш редакторы Гөлфиә Янбаева, шағир, яҙыусы, арҙаҡлы драматург, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наил Ғәйетбаев, башҡорт ырыуҙары ҡоро рәйесе Вельмир Аҙнаев, Юрматы ырыуҙары ҡоро рәйесе Риф Иҫәнов, Булат Рафиҡовтың ҡыҙҙары Гөлназ һәм Гөлсәсәк ханымдарҙың килеүе сараның бәҫен арттырҙы. Абруйлы шәхесте хәтерләү уның исемен йөрөткән мәктәп алдында бюсҡа сәскә һалыуҙан башланды. Ауыл мәҙәниәт йортондағы кисә лә күңелгә үтерлек итеп ойошторолдо, тамашасылар Өфө ҡунаҡтарының иҫтәлектәрен йотлоғоп тыңланы.
“Ил башлыҡтары менән типә-тиң һөйләшкән оло аҡыл эйәһе ине ул Булат Рафиҡов. Әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы 1988-1998 йылдарҙа, йәғни ун йыл дауамында “Ағиҙел” журналын етәкләне. Илдә болғаныштар булған саҡта балалар өсөн сыҡҡан “Аҡбуҙат”, “Шоңҡар”, ғалимдар өсөн “Йәдкәр” журналдары Булат ағайҙың башланғысы менән “Ағиҙел” эсенән килеп сыҡты, уларҙы “Ағиҙел”дең балалары, ҡошсоҡтары тип әйтергә була. Дингә иғтибар булмаған саҡта Ҡөрьән сүрәләрен, Зәки Вәлиди, Муса Мортазиндың тыйылған әҫәрҙәре шул ваҡытта донъя күрҙе, “Ағиҙел” халыҡ журналына әйләнде. Ижади коллективыбыҙ менән Булат Рафиҡовтың эшенә тоғро ҡалып эш алып барырға тырышабыҙ”, - тине Мөнир Ҡунафин һәм оло шәхестең ҡаҙаныштары, хеҙмәттәре ҙур музейға торошло икәнен әйтеп уҙҙы. Шағир буш ҡул менән килмәгән: баҫманың 100 йыллығы уңайынан 100 шәп хикәйәнән торған ике томлыҡ китапты - район китапханаһына, Булат Рафиҡов тураһында сыҡҡан мәҡәлдәр менән журналдарҙы Корнеевка мәктәбенә бүләк итте.