ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Декабрь 2024, 10:15

Ергәндә Дәрдмәнгә һәйкәл ҡуйылды

Мәләүез ере тарихи шәхестәргә бай. Мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһендә эшләгәндәр генә түгел, район-ҡала һәр кем  рухи ҡиммәттәрҙе һаҡларға, киләсәк быуынға еткерергә бурыслы. Тарихын белгән, хөрмәт иткәндәрҙең генә киләсәге бар, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Ергән ауылы мәҙәниәт һарайы янында арҙаҡлы шәхескә һәйкәл асыу тантанаһына район хакимиәте башлығы урынбаҫары Ринат Бикбулатов, шағирҙың бүләсәһе Дмитрий Рәмиев, Татарстан һәм Башҡортостандан, Ырымбур, Магнитогорск ҡалаларынан килделәр. 

Ергәндә Дәрдмәнгә һәйкәл ҡуйылды
Ергәндә Дәрдмәнгә һәйкәл ҡуйылды

Мәләүез ере тарихи шәхестәргә бай. Мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһендә эшләгәндәр генә түгел, район-ҡала һәр кем  рухи ҡиммәттәрҙе һаҡларға, киләсәк быуынға еткерергә бурыслы. Тарихын белгән, хөрмәт иткәндәрҙең генә киләсәге бар, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр.

Ергәндә тыуып үҫкән, аҙаҡ Баймаҡ районы Юлыҡ ауылында йәшәгән данлыҡлы алтын сығарыусы сауҙагәрҙәр Мөхәммәтзакир һәм Шакир Рәмиевтар менән мәләүездәр хаҡлы  ғорурлана. Ағалы-ҡустылы Рәмиевтар мәсет, мәҙрәсәләр төҙөүҙә, “Шура” журналын һәм “Ваҡыт” гәзитен, китаптар баҫтырыуҙа, талантлы шәхестәрҙе үҫтереүҙә  ярҙам итә. Сауҙа эшен йәйелдереү маҡсаттарында Орск ҡалаһынан 346 километр юл һалдыра. Закир Рәмиев Дәрдмәнд исеме менән шиғырҙар ижад итә.

 Ергән ауылы мәҙәниәт һарайы янында арҙаҡлы шәхескә һәйкәл асыу тантанаһына район хакимиәте башлығы урынбаҫары Ринат Бикбулатов, шағирҙың бүләсәһе Дмитрий Рәмиев, Татарстан һәм Башҡортостандан, Ырымбур, Магнитогорск ҡалаларынан килделәр.

Сара башланыр алдынан ҡунаҡтар Өфө ҡалаһында шәхси музейҙа һаҡланған Дәрдмән музейынан һандыҡ,  Рәмиевтар сығарған “Шура” журналы, китаптар, аш-һыу кәрәк-ярағы, ашъяулыҡ һәм башҡа экспонаттарҙы  ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарап сыҡты.

Һәйкәл асыу идеяһын Бөтә донъя татар конгресы ағзалары биргән. Ниәт изге булғас,  тормошҡа ашырыр спонсорҙары ла, скульпторы ла табылған. Скульптор Илдус Закиров һынландырған һәйкәл һәммәһендә   һоҡланыу уятты!

Башҡортостандың даһи улдарының береһе Дәрдмәнде ҙурлауға, уның ижадына байҡау яһарға йыйылғандарҙы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге китапхананың әйҙәүсе белгесе Рәзилә Ҡотлогилдина сәләмләне. “Халҡыбыҙҙың бөйөк улы, башҡорт халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғолов менән дуҫ булған. Тәүге әҫәрҙәренә байҡау яһаған, дуҫлыҡ ҡулын һуҙған. Иң беренсе спектакле 1917 йылда Ырымбур ҡалаһында ҡуйылғас, Европанан алып ҡайтҡан мебель бүләк итә, халыҡ араһында мәртәбәһен, данын арттыра.  Беҙҙең Дәрдмәнд күптәргә ярҙам иткән. Ауыр саҡта ла илен, ерен, телен ташламаған, һәр ваҡыт халыҡ араһында булған, иң һуңғы телемен дә халҡы менән бүлешеп, фани донъяларҙан баҡыйлыҡҡа күскән ул. Беҙҙең күренекле яҡташыбыҙ ҙурлаған, ҙур иғәнә индергән, һәйкәл эшләгән татар уҙамандарына ҙур рәхмәтемде еткерәм”, - тине һәм Мөхәмәтша Буранғолов менән Дәрдмәнд дуҫлығы тураһында үҙе яҙған шиғырҙы уҡып ишеттерҙе.

Һәйкәлде асыуҙа Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Иҙрис Ғәзиевтың, ғалим-филолог Марат Шәриповтың ҡатнашыуы тантананы мәртәбәле итте.

 

Ергәндә Дәрдмәнгә һәйкәл ҡуйылды
Ергәндә Дәрдмәнгә һәйкәл ҡуйылды
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: