ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Декабрь 2024, 12:45

Тыуған ергә һөйөү, ә халыҡҡа хөрмәт менән

Мәләүез районында   ауыл биләмәләре башлыҡтары араһында Айрат Шәйәхмәтов  иң оҙаҡ эшләгәндәрҙән, тәжрибәлеләрҙән иҫәпләнә. 22 йәштә юғары белемле педагогҡа Смаҡ ауылы мәктәбе директоры дилбегәһен ышанып тотторалар, туғыҙ йылдан булдыҡлы етәксегә ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын тәҡдим итәләр.

Тыуған ергә һөйөү, ә халыҡҡа хөрмәт менән
Тыуған ергә һөйөү, ә халыҡҡа хөрмәт менән

Биләмә башлығы урындағы халыҡтың проблемаларын хәл итеп кенә ҡалмай, тирә-яҡты төҙөкләндереү маҡсатында район, республика кимәлендә уҙғарылған төрлө программаларҙа ҡатнашырға яҡташтарын әүҙем йәлеп итә. Быларҙың барыһын да ойоштороу һәләте, әйткән һүҙендә тора белеүе, тормошҡа ашырыу етәксенең булдыҡлығына бәйле.

Арыҫлан ауылы биләмәһе халҡы үҙенең берҙәмлек һәм тырышлыҡ менән байтаҡ эштәр атҡара. Смаҡ ауылында иң күп халыҡ йәшәгән Йәштәр урамына 750 метр оҙонлоҡта асфальт түшәүҙе маҡсат итеп алғандар. 2022 йылда “Айыҡ ауыл” республика конкурсында өсөнсө урын яулап, призға бирелгән 2 миллион 500 мең һум аҡса сертификат аҡсаһына бер урамға асфальт түшәгәндәр. “Был беҙҙең ҙур еңеү булды”, - ти үҙ тырышлығы менән рухланған смаҡтар.  Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһына ярашлы, Арыҫлан, Смаҡ ауылдарында балаларға уйнар өсөн майҙансыҡ төҙөгәндә лә халыҡ дәррәү тотонған.  Евроштакетник менән Шәрип, Яңауыл, Яҡтыкүл, Исламғол ауылдарында зыяратты кәртәләгәндәр.  “Беҙҙең ауыл” муниципаль инициативалы бюджетлау конкурсында улар икенсе тапҡыр ҡатнашырға ниәт иткән.  Урындағы фермерҙар Даян Кәшәфетдинов, Фәнис Ибраһимов ярҙам итһә, шифер менән ҡапланған иҫке мәктәп бинаһының ҡыйығын яңыртып ябыр инек”, - ти  Айрат Шәйәхмәтов, хужаларса яҡынса күпме аҡса сығымын да иҫәпләп сығарып.

 Ауыл халҡы дәртле, тәртипле, әҙәпле. Әлеге көндә арыҫландар мәсеттә   маскировкалау селтәре үрә. Китапхана, музей, ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, ауыл старосталары,  берҙәм тупланып Арыҫлан ауылы биләмәһендә уҙғарылған сараларҙы юғары кимәлдә үткәрә. “Йыйылып, төрлө саралар үткәрер, кәңәш-төңәш итер мәҙәниәт йорто булһа, бик ҡулай булыр ине. Мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәсимә Суҡбаева – дәртле, һәр сараны ойоштороуҙа ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй торған ойоштороусы, клуб буш тормаясаҡ”, - ти Айрат Тимербай улы, унда эшләйәсәк  кешеләрҙе лә күҙ уңында тотоп.

 

 

Тыуған ергә һөйөү, ә халыҡҡа хөрмәт менән
Тыуған ергә һөйөү, ә халыҡҡа хөрмәт менән
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: