Агросәнәғәт комплексы хеҙмәтсәндәре өсөн сираттағы ауыл хужалығы йылы тамамланып килә, тимәк, һөҙөмтәләрҙе сағыштырырға, һығымта яһарға, уларҙың эшенә баһа бирергә мөмкин.
Ғәҙәттән тыш һауа торошона ҡарамаҫтан, ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын быйыл яҡшы һөҙөмтә менән ҡаршылай. “Ерҙә эшләүселәрҙең йылдар буйына туплаған тәжрибәһе, заманса алымдар ҡулланыу һәм яҡшы техник йыһазландырыу ҡатмарлы хәлдән лайыҡлы сығырға мөмкинлек бирҙе”, - ти район хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Ринат Бикбулатов. Быйыл район иген баҫыуҙарынан гектарынан 24 центнер уңыш йыйып алынған, күрһәткес былтырғыға ҡарағанда юғарыраҡ булһа ла, сифаты бик үк яҡшы тип әйтеп булмай. Ерҙең артыҡ дымлылығы сәбәпле техника баҫыуға инә алмағас, республикала ғәҙәттән тыш хәл индерелде. Ямғыр арҡаһында Салауат исемендәге хужалыҡта, фермер Әлимғужиндарҙың 32 мең ужым культураһы, борсаҡ йыйылмай ҡалды, яҫмыҡ, ноҡот борсағы, торма, гәрсис сәсеүлетәре зыян күрҙе. Уның ҡарауы көнбағыш, рапс, етен кеүек майлы культураларҙың уңдырышлылығы яҡшы. Уның хаҡы әле тоннаһына 38 мең һумға баҫа, артабан да күтәрелеүе ихтмал.
“Мең гектар майҙанда сәселгән шәкәр сөгөлдөрөнөң дә гектар ҡеүәте яҡшы. Гектарынан алынған уңыш 458 центнерҙан 700-гә тиклем барып етә”, - ти Ринат Рим улы. Татлы тамыр сәскән Салауат исемендәге һәм фермер хужалыҡтары Раевка шәкәр заводы менән килешеүҙәр төҙөгән.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары әйтеүенсә, әбейҙәр сыуағы осоро мал аҙығы әҙерләү өсөн ҡулай булған. Бесәнде лә пландан арттырып, силос буйынса планды - 58 945 тонна (140 процент), сенаж 36900 тонна (135 процент) әҙерләнгән.
“Мал аҙығы етерлек булғас, был йүнәлештә малсыларҙың да кәйефе лә көр. Итселек, һөтсөлөк менән шөғөлләнгән хужалыҡтарҙа 13 962 баш мал иҫәпләнә. Тәүлеккә тулайым һауым - 94 тонна. Ашҡаҙарҙар - һөт тапшырыу буйынса лидерҙар, улар Мәләүез һөт-консерва комбинатына тәүлегенә 64 тонна һөттө оҙата. Түләү буйынса һорау юҡ. Малсылыҡ продукцияһын етештереү ҙә уҙған йыл күрһәткестәренә ҡарағанда юғары. “Союзпромптица” йәмғиәте йылына 32 мең тонна күркә ите етештерә, киләсәктә был күрһәткесте 50 мең тоннаға еткерергә ниәтләй. Михайловка, Троицкое ауылдары яғындағы булған төҙөлөш биналарын киңәйтәләр, яңы ферма төҙөйҙәр. “Һәр эштә, бигерәк тә ауыл хужалығында уңыштың төп нигеҙе – кеше факторы. Шуға ла ҡошсолоҡ комплексы етәкселеге эшселәрҙең йәшәү, хеҙмәт шарттарына ныҡ иғтибарлы, быйылдан эшселәргә йорттар төҙөүҙе күҙаллай”. – ти Ринат Бикбулатов.
Район аграрийҙары ауыл хужалығы буйынса техника паркын яңыртыуҙа маҡсатлы эш алып бара. 10 айҙа 591 миллион 814 мең һумлыҡ 83 берәмек техника һатып алынған, шуларҙың 11-е - трактор һәм 4-ешәр сәсеү комплексы менән йөк ташыу автомобиле. “Тимер ат”тарын яңыртҡандар исемлегендә “Ашҡаҙар” ауыл хужалығы предприятиеһы, Салауат исемендәге хужалыҡ, “Иҙел” агрофирмаһы һәм фермерҙарҙан Рәүф Ямаев, Әхсән Мәсәғүтов, Денис Емелин, Алексей Арбузов бар.
Ауыл хужалығында инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу уның артабанғы уңышлы үҫеше өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. “Ашҡаҙар” ауыл хужалығы предприятиеһы Нордовка фермаһының майҙанын арттырған, сәсеүлектәрҙе һуғарыу ҡоролмаһын урынлаштырған. Салауат исемендәге хужалыҡта роботлаштырылған ферма төҙөлөшө ерҙең артыҡ дымлылығы арҡаһында бер аҙға туҡталып ҡалғайны, юлдар күтәртелеп, һыу башняһы экспуатацияға тапшырылған, йыл аҙағында төҙөлөш эштәре башланыр тип көтөлә. Инвестиция проекты буйынса хужалыҡта шулай уҡ тирмән төҙөлөшө күҙәллана. Мәләүез ит комбинаты ит быҡтырып консервалау эшен йәйелдергән.
Шулай итеп, быйыл ауыл эшсәндәре өсөн ауыл хужалығы йылы уңышлы үтте тип ышаныс менән әйтергә мөмкин. Етәкселәр, үҙ эшен яҡшы белгән белгестәр, хужалыҡ хеҙмәтсәндәре алдарында торған бурысты намыҫ менән башҡарып сыҡты.