Эдуард Радик улы Ишемғолов 1982 йылдың 18 сентябрендә Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Восточный ауылында тыуған. Первомай урта мәктәбендә 9 класс тамамлағандан һуң 109-сы һөнәри училищеға уҡырға инә һәм уны 2001 йылда тракторсы-машинист һөнәренә эйә була. Төрлө ойошмаларҙа эшләй. 2000 йылдың декабренән 2002 йылдың ноябренә тиклем Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт итә. 2002 йылдың февраленән 2002 йылдың ноябренә тиклем Дағстан Республикаһы биләмәһендә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша.
41 йәшлек яҡташыбыҙ 2022 йылдың 17 октябрендә мобилизация буйынса махсус хәрби операцияға саҡырыла. Мотоуҡсылар взводы бүлексәһендә гранатометсы вазифаһында хеҙмәт итә. 2024 йылдың 12 июлендә Донецк Халыҡ Республикаһы, Красногоровка ҡалаһы янында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була. Үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наградлана. Беҙ яугирҙең яҡындарының, туғандарының, дуҫтарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Эдуард Радик улы Ишемғолов Аптраҡ ауылы зыяратында ерләнде.