Конгэк
-6 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Декабрь , 10:30

Яңы йыл мажараһы (Ә. Ғиззәтуллина)

Ә еҙнәй ошо ваҡиғанан һуң тәүҙә көлөп кенә, аҙаҡ ышанып, ниәттәрен "Алла бирһә" тип башларға ғәҙәт итеп алды. Уға ғына түгел, башҡаларға ла ғүмерлек һабаҡ бирҙе шул был сәфәр - барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулда ла, шул уҡ ваҡытта беҙҙән тормай шул...

Яңы йыл мажараһы (Ә. Ғиззәтуллина)
Яңы йыл мажараһы (Ә. Ғиззәтуллина)

Яңы йылды дөм ҡараңғы урманда ҡаршы алғанығыҙ бармы? Ә дүрт туғаным менән минең алыҫ үткәндә шулай булды. 4-се курста уҡый инем. Яңы ғына өйләнешкән апайым һәм еҙнәйем менән ҡапыл ғына уйлап, тыуған йортҡа ҡайтырға булып киттек. 30 ғинуар кис поезға ултырып иртән Белореттан автобус менән район үҙәгендә йәшәгән апайымдарға барып еттек. Ярай, бөгөнгә бында булығыҙ ҙа, иртәгә көндөҙ күмәкләп ҡайтып килербеҙ, тиһәләр ҙә беҙ, Өфөнән килгәндәр, Яңы йылды атай-әсәй  эргәһендә ҡаршылағыбыҙ килә, тигәс, еҙнәй: "Әйҙәгеҙ, хәҙер ике сәғәттән барып етербеҙ",-тип йыйынырға ҡушты. Беҙ - ҡыуанышып, оло апайым - теләр-теләмәҫ кенә (кискә табан кемдең йылы өйөнән сығып киткеһе килһен инде?) машинаға сығып ултырҙыҡ. Ауылыбыҙға туранан-тураға юл юҡ ине әле, шуға урауҙан - Әүжән аша ҡайтырға кәрәк. Буранлап торһа ла, юл таҡыр, ҡырып сыҡҡандар. Урыҫ ауылына ыңғай ғына килеп еттек. Юл буйындағы магазиндан күстәнәс алып, ары - үҙебеҙгә табан юл тоттоҡ. Шул ваҡытта ниҙәр һөйләшеүебеҙ ҙә асыҡ ҡына хәтерҙә һаҡлана. "Хәҙер, 40 минут та үтмәҫ, барып инеп, ҡайным менән ҡәйнәмә сюрприз эшләйбеҙ", - ти еҙнәй, ғәҙәттәгесә, шаян тон менән. "Алла бирһә, тиген", - ти уға ҡаршы апайым. Оло еҙнәй яндырайыраҡ холоҡло, тиҙ генә ҡарар ҡабул ҡылыусан, ә апайыбыҙ, киреһенсә, барыһын да төптән уйлап эш итә - ошо ҡапма-ҡаршы характер һыҙаты  уларҙы тулыландырып,  көслө пар итә лә инде. "Алла бирһә лә, бирмәһә лә, һеҙҙе Яңы йыл ҡаршы алырға алып ҡайтып еткерәм", - ти һәр саҡ һүҙен - һүҙ, эшен эш итеп өйрәнгән еҙнәй. Бына оло юлдан үҙебеҙҙең ауыл боролошона төштөк. хәҙер күп тә ҡалмай, ун биш саҡырым тирәһе.  Килә торғас,  ары юл күренмәй башланы. Бөгөн, ахырыһы, йөрөүсе булмаған, ти күпте һөйләп, беҙҙе көлдөрөп килгән еҙнәй.  Һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, тауышынан эштең шәп түгеллеге аңлашылды.  Биш-алты саҡырым юл үттекме-юҡмы, күпер эргәһендә машина көрткә сумды ла, ни артҡа, ни алға ҡуҙғала алмай, тынып ҡалды. Тимәк, күпергә тиклем һөргәндәр ҙә, ауыл яғына барып етмәгәндәр.  Ауыл ошо тау аша ғына тиһәк тә, туғыҙ-ун саҡырым тирәһе ҡала әле ул.  Юл булғанда, 20 минутлыҡ ара. Еҙнәй сығып ҡарап торҙо ла:"Артабан юл юҡ, ҡырмағандар бит, нимә эшләйбеҙ?" - тип беҙгә ҡараны. Артҡа ла сыға алмай ине ул – машина ныҡ сумған.  Телефондарҙың да юҡ сағы - хәбәр итеп булмай. Атай менән әсәй ҙә беҙҙе ҡайта тип уйламай - алдан шылтыратманыҡ, йәнәһе, ҡапыл ҡайтып аптыратабыҙ... Был осраҡта ла юғалып ҡалмай, ҡарарҙы тиҙ сығарҙы еҙнәй: ике кешегә ауылға йәйәү ҡайтып трактор алып килергә, ҡалған өсәүгә машина һаҡлап ҡалырға. Ысынлап та, башҡаса юл юҡ ине. Яңы өйләнешкән йәштәр үҙҙәре теләп ауылға ярҙам артынан ҡайтырға булды.  Еҙнәй уларға һунар мылтығы тотторҙо, ҡар йырып барып,  муйыл ағасын һындырып ослап бирҙе. Бүрегә генә тап була күрмәһендәр, имен-һау ҡайтып етеп, ярҙам алып килһендәр инде - уларҙың бата-сума ҡараңғылыҡҡа инеп юғалғанын апайым менән илай яҙып ҡарап ҡалдыҡ. Ә еҙнәй, шәберәк атлаһалар, ике сәғәттән ярҙам килеп етә,  Яңы йылды ҡаршы алырға өлгөрәһегеҙ әле, тигән булып, һаман йыуатырға маташа. Төндә ҡара урманда машина эсендә лә шомло, ә йәйәүлеләргә нисек икәнен хатта уйлағы ла килмәй. Беҙ өшөмәҫ өсөн дә, аяҡ ойомаһын тип тә машинанан сығып һикергеләп алабыҙ, шунан инеп ултырып, еҙнәйҙең хәбәрен тыңлайбыҙ. Ярай, ул күп һөйләй - ваҡытты үткәрергә быныһы яҡшы. Шулай ултыра инек, йылға яғынан әсе итеп һыҙғырған тауыш ишетеп, һағайышып ҡалдыҡ. Уға яуап итеп, икенсе яҡтан шундай уҡ һыҙғырыу ишетелде. Тағы, тағы...("Шул көндө еҙнәйегеҙҙең ҡурҡҡанын тәүгә күрҙем", - тип апайым аҙаҡ гел һөйләр булды). "Төрмәнән ҡасҡандар, тиҙәр ине... Шулармы икән?..." - тип апайым тағы күңелгә шом өҫтәне. "Кем булһа ла, бирешмәҫбеҙ, эргәгеҙҙә спорт мастеры ултыра әле", - тип еҙнәй беҙҙе дәртләндерергә тырыша, тик тауышы элеккесә шаян түгел. Һәр беребеҙ ҡулдарға инструменттар тотоп, өс тарафҡа ҡараңғылыҡҡа ҡарап күпме ултырғанбыҙҙыр - мәңге тамамланмаҫ кеүек тойола ине ошо халәт. Байтаҡ ваҡыт үтте, урман яғынан килеп һөжүм итеүсе булманы (аҙаҡ ҡына, кеше тауышы сығарып һыҙғырған ҡоштар булғандыр, тип фараз итте еҙнәй.).
...Сәғәт беренсе киткән, иҫке йылдың яңыһына күскән шартлы ваҡытын иҫләүсе лә булмаған. Тегеләрҙең китеүенә лә өс сәғәттән ашыу. Минең инде уларҙы уйлаһам, күҙҙән йәш сығып ҡына бара. Берсә йоҡомһорап (шундай саҡта ла йоҡо баҫа икән дә), берсә ҡапыл тертләп китеп, шомланып ултыра торғас, ауыл яғынан фар яҡтыһы күренде, шунан трактор геүләүе ишетелде. Күптән көткән ярҙамды күргәс, беҙгә, ниһайәт, йән инде. Күрше ағайҙың тракторы менән юл ярҙырып килгәндәр. Атайымды күргәс, күҙҙән шатлыҡ йәштәре үҙенән-үҙе аҡты, һис тә йәшерге килмәй ине уларҙы. Шулай итеп, таңға ҡарай саҡ ҡайтып индек тыуған йортобоҙға. Әсәйем дә, ярҙамға ҡайтҡан йәштәр ҙә йоҡламайынса (шундай ваҡытта кем йоҡлаһын!) беҙҙе көтөп ултырған. Шундағы осрашыуҙа ҡыуанышыуыбыҙ!.. Бүтән бер ваҡытта ла бындай тойғоно кисергән булманы. Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен тағы ла нығыраҡ белә башланыҡ кеүек ошо мажаралы төндән һуң.
Ә еҙнәй ошо ваҡиғанан һуң тәүҙә көлөп кенә, аҙаҡ ышанып, ниәттәрен "Алла бирһә" тип башларға ғәҙәт итеп алды. Уға ғына түгел, башҡаларға ла ғүмерлек һабаҡ бирҙе шул был сәфәр - барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулда ла, шул уҡ ваҡытта беҙҙән тормай шул...
Әллә күпме Яңы йылды ҡаршы алдыҡ - күбеһе иҫтә лә ҡалмаған, ә бына быныһын - ғүмер, ваҡыт, һүҙ ҡәҙерен белергә өйрәткәнен - бер ваҡытта ла онотаһыбыҙ юҡ.   
Ә. Ғиззәтуллина. 

 

Яңы йыл мажараһы (Ә. Ғиззәтуллина)
Яңы йыл мажараһы (Ә. Ғиззәтуллина)
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: