Конгэк
-6 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Декабрь , 13:05

Яңы йыл мажаралары (Таңһылыу Исламғолова)

Оҫта ғына итеп ҡатырғанан күҙлектәр ҙә эшләгәйнек: бер кемдә танырлыҡ түгел, Ул этеш-төртөш, йәнәһе, бер- беребеҙҙе танырға теләйбеҙ инде.Башта айыу, ҡуян, һәм башҡа йәнлектәр булып кейенгән уҡыусылар менән шыршы тирәләй әйләнеп йырланыҡ.

Яңы йыл мажаралары	(Таңһылыу Исламғолова)
Яңы йыл мажаралары (Таңһылыу Исламғолова)

Иң тәүге Яңы йыл байрамын мин күрше ауылға беренсе синыфҡа уҡырға барғас  ҡаршыланым.      
Бәләкәй генә мәктәптә бер уҡытыусылар бүлмәһе бар, коридорҙың ике яғынан класс бүлмәләре китә, ошо мәктәптә әллә күпме кеше уҡый ине. Ишектән кергәс һул яҡ бүлмәгә шыршы ултыртылған, шул шыршыны биҙәүе үҙе бер мөғжизә ине, ҡағыҙҙан төрлө уйынсыҡтар яһап, шул тиклем матур итеп биҙәнек.    Ҡыуанысыбыҙҙың сиге булманы!
Ул заманда, 1970 йылдарҙа ауылда мәктәп юҡ ине, ә беҙ,  русса икмәк- тоҙлоҡ тә белмәгән балалар, Үрге - Бабанан Көйөргәҙе ауылына йөрөп, ошо мәктәптә уҡып киттек.           
Бөгөнгөләй хәтерҙә шул бала саҡтар!      
Ул заманда хәҙерге һымаҡ атай-әсәйҙәр баланы етәкләп  мәктәпкә оҙатманы. Бына шул бер саҡырым  йыраҡлыҡтағы араға мин беренсе класка уҡырға барғанмын, русса бер генә лә һүҙ белмәйем, мәктәптә үҙемә әйтелгән һәр бер һүҙҙе өйгә ҡайтып атай-әсәйемдән һорашып аңларға тырыша инем.
Яҡын ғына Көйөргәҙе ауылының балалары татылдап русса һөйләшәләр, беҙ бер һүҙ ҙә аңламайбыҙ.        
Мәктәпкә барған беренсе көн бөгөнгөләй хәтеремдә!
Беҙҙең класс етәксебеҙ Лидия Дмитреевна
башҡорт балаларына рус теленең серҙәрен төшөндөрөргә  бик күп көс һалды, беҙ ҡалай ҙа өйрәнеп киттек.         Шул йылды ул беҙгә хатта Яңы йыл байрамына, "яулыҡ" бейеүен дә өйрәтте.
Бик матур башҡорт көйөнә шул бейеү һалды. Сығыш яһар өсөн әсәйҙәребеҙҙең иң матур яулыҡтарын алып барҙыҡ.

Оҫта ғына итеп ҡатырғанан күҙлектәр ҙә эшләгәйнек: бер кемдә танырлыҡ түгел, Ул этеш-төртөш, йәнәһе, бер- беребеҙҙе танырға теләйбеҙ инде.Башта айыу, ҡуян, һәм башҡа йәнлектәр булып кейенгән уҡыусылар менән шыршы тирәләй әйләнеп йырланыҡ.
Мәктәп бәләкәй генә, энә төртөр урын юҡ ине.
Беҙҙең кейемдәребеҙҙе алыштырып, шул "яулыҡ" бейеүен бейенек.
Тик Яңы йылдан һуң ошо Лидия апабыҙ, башҡаса килмәне, эй көттөк беҙ уны...
Ул ҡайһы яҡтан уҡытырға килгән булған, ҡайтып киткән, тинеләр. Бына ошо бала сағым хәтирәһе булып беренсе синыфҡа уҡырға барғанда Яңы йылды ҡаршылау сағыу булып иҫтә ҡалған.

Яңы йыл мажаралары	(Таңһылыу Исламғолова)
Яңы йыл мажаралары (Таңһылыу Исламғолова)
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: