Йәш саҡта “Белорус” тракторында эшләгән саҡ. Ике туған апайҙың ҡыҙы менән кейәүе ҡунаҡҡа килеп, ҡайтырға булғандар, тура Юлдыбайға юл юҡ, тик райүҙәк аша. Киске алтылар булғандыр, һорағастар, ёлкаға ҡайтып өлгөрәм тип уйлап (Мин Ҡыш бабай булып кейенергә тейәш инем), алып киттем быларҙы. Райүҙәккә һәйбәт кенә барып етеп, кире ҡайтырға сыҡтым. Ҡышҡы юл таҡыр, асфальт кеүек. Килә биргәс тентлы “ГАЗ-66” машинаһы ҡыуып үтеп китте. Бер километр үттемме, тора юлда теге машина, эргәһендә кешеләр. Юлдың тар ерендә ышыртылған ҡар ғәләмәт бейек, урап та үтеп булмай. Ауылға килен әйттерә китеп баралар икән, машинаның коробкаһына нимәлер булған белә алмай капот тирәләй ураланалар. Урап үтеп булмағас, мин дә ултырам.
Ҡараңғы төшкәйне инде, минең трактор фараһы яҡтыһында былар машинаның коробкаһын, раздаткаһын сисеп, ҡутарып йыйып кире ҡуйҙылар! Ул саҡта телефон да юҡ, байрам осоро булғас транспорт та һирәк йөрөй ине. Шулай итеп таңғы алтыла ҡайтып инелде , ярай яғыулыҡ күп ине! Әсәйем аптранып бөткән , йоҡламай таң аттырған!