ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Декабрь 2024, 17:00

Ата-әсәмдең теле

Һарыш ауылы ағинәйҙәре күркәм сара уҙғарҙы. 

Ата-әсәмдең теле
Ата-әсәмдең теле

Башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү, йәш быуынды тәрбиәләү  маҡсатында районда байтаҡ саралар уҙғарыла.  Район ағинәйҙәре, мәғариф ветерандары, ауыл халҡы саҡырылған байрамға ауыл ағинәйҙәре ойошмаһы етәксеһе Гөлниса Килдебаева ауыл тарихы, халҡы,  бер ауылдан сыҡҡан өс геройға - Советтар Союзы Геройы  Минетдин Ғилметдин улы Әминев, Социалистик Хеҙмәт Геройы Сәлих Насретдин улы Зәйнәғәбдинов һәм Рәсәй Г еройы – ошо мәктәптә уҡыған Андрей Павлович Мигуновҡа киләсәктә аллея барлыҡҡа килтерергә ниәт итеүҙәрен белдерҙе һәм үҙҙәренең башҡарған эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Ысынлап та, ауыл ағинәйҙәренең эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Махсус хәрби операцияға ла ауыл халҡы менән дәррәү  ярҙам итә. Клубҡа йыйылып маскировка селтәрҙәре үреү, окоп шәмдәре әҙерләү,  гуманитәр ярҙам, һәм кәрәк-яраҡҡа аҡса йыйыуҙары хаҡында мәҙәниәт хеҙмәткәре Зәйлә Әлмөхәмәтова таныштырҙы. Былтыр һарыштар - 20, быйыл 22 сетка үргән, мәктәп уҡыусыларын да йәлеп иткәндәр. Ойоҡбаштар, бирсәткәләр бәйләү буйынса Әсәйҙәр көнөнә конкурс үткәргәндәр.

Китапханасы Әлиә Ғәлләмова Ер шарындағы телдәр һаны, юғалыусылар исемлегенә  ингән башҡорт теле тураһында мәғлүмәт еткерҙе. Залдағылар менән Башҡортостандың халыҡ шағирҙарын, телгә бәйле мәҡәлдәрҙе иҫкә  төшөрҙөләр. 105 йыллығына бәйле Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим тураһында иҫтәлектәре менән хеҙмәт ветераны Әнисә Кинйәбаева уртаҡлашты. Әлфиә Шәйәхмәтова, Марат Килдебаев, Гөлфиә Шәрипова, Ләйсән Ғәббәсова, Әлиә Ғәлләмова, Гөлниса Килдебаева, Гөлназ Солтанғолова  ҡатнашлығында “Айгөл иле”  спектакленән күренеште ҡунаҡтар ҙа, тамашасылар ҙа ихлас ҡабул итте, бергә ҡушылып ҡайғырҙы, берсә-илап көлдө. Зөлхәбирә ролен бигерәк тә Әлфиә Шәйәхмәтова оҫта башҡарҙы.

Күркәм сара бай ҡунаҡ өҫтәле артында башҡорт телен һаҡлау проблемаһы темаһында һөйләшеүҙәр менән дауам итте.

 

 

Ата-әсәмдең теле
Ата-әсәмдең теле
Ата-әсәмдең теле
Ата-әсәмдең теле
Ата-әсәмдең теле
Ата-әсәмдең теле
Ата-әсәмдең теле
Ата-әсәмдең теле
Ата-әсәмдең теле
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: