ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ғинуар , 15:04

МХО яугире «Сәлим» - алғы һыҙыҡта, әсәһе тылда Еңеү яҡынайталар

Рәсимә Сәлишева - «Йөрәк саҡырыуы буйынса» берләшмәһе ирекмәне. Ул махсус хәрби операция тураһында башҡаларҙан күберәк беләлер, сөнки әлеге ваҡытта улы алғы һыҙыҡта Ватаныбыҙҙы һаҡлай.

МХО яугире «Сәлим»  - алғы һыҙыҡта, әсәһе тылда Еңеү яҡынайталар
МХО яугире «Сәлим» - алғы һыҙыҡта, әсәһе тылда Еңеү яҡынайталар

«Сәлим» позывнойы алған яугир Рәсәй Федерацияһы оборона министрлығы менән 2023 йылдың октябрендә контракт төҙөй.

Әсәһе Рәсимә Ғәли ҡыҙы һөйләүенсә, «Сәлимдең» ҡорал тотоп яуға ынтылыуының үҙ сәбәбе бар. 4-се урта мәктәпте тамамлағас, ул 39-сы һөнәрселек училищеһында электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Ватанды һаҡлаусы булырға теләге көслө булыуға ҡарамаҫтан, Егетте һаулығы буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырмайҙар. «Сәлимдең» хыялы тормошҡа ашмай ҡала. Алыҫ Себер яҡтарында, Стәрлетамаҡ ҡалаһында эшләй.

- Аңлауығыҙса, улымдың контракт төҙөп Ватанды һаҡларға китеү ҡарары осраҡлы булманы, - ти әсәһе. - Ул һәр ваҡыт хеҙмәт итергә, хәрби булырға теләне.

Йыл ярым хеҙмәт итеү осоронда «Сәлим» был хыялдарының бушҡа булмауын иҫбатлаған. Ул үҙен хәрби һәм тактик әҙерлек өлкәһендә профессионал, бер ҡасан да хәүеф алдында иптәштәрен ҡалдырмаясаҡ хәрби итеп күрһәтә. Хеҙмәттәштәренә иң ауыр хәлдәрҙә күп тапҡырҙар ярҙам итә, ҡуйылған хәрби бурыстарҙы тулыһынса үтәй.

Батырлығы өсөн бүләкләнә

Уҙған йылдың көҙөндә яҡташыбыҙҙың хәрби батырлығы дүртенсе дәрәжә Георгий тәреһе менән билдәләнгән. Ул һалдаттар, матростар, сержанттар һәм старшиналар, прапорщиктар һәм мичмандарҙан торған хәрби хеҙмәткәрҙәргә Ватанды һаҡлау буйынса алыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары, шулай уҡ халыҡ-ара тыныслыҡты һәм хәүефһеҙлекте һаҡлауҙа йәки тергеҙеүҙә күрһәткән батырлыҡтары өсөн бирелә.

 Яҡташ яугирҙең командованиеһы награда ҡағыҙында бына нимә тип яҙа:

- Взвод командиры булараҡ, гвардия рядовойы үҙенең төркөмө менән Новогродовка ҡасабаһында штурмлау хәрәкәттәренә етәкселек итте. 2024 йылдың 20 авгусында дошмандың терәк пункттарын штурмлауҙа бер нисә тапҡыр хәрби зирәклек күрһәтте. Разведка мәғлүмәттәре буйынса, дошмандың яҡшы нығытылған терәк пункты урынлашҡан урын билдәләнгәс, «Сәлим» һәм дүрт яугир йәшерен рәүештә уға яҡынлашты. Ике кешенән торған дошмандың тере көсөн беренсе булып күреп, «Сәлим» граната ташлай һәм шәхси атыу ҡоралынан ут менән уларҙы юҡ итә. Шунан һуң ул хеҙмәттәштәре менән терәк пунктҡа бәреп инә, боевиктар төркөмөнөң ҡалдыҡтарын юҡ итә. Төп пункт баҫып алына. Хәрби бурыс үтәлә. Күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн «Сәлим» Изге Георгий орденының билдәһе - IV дәрәжә Георгий тәреһе менән бүләкләнә.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Ватанды һаҡлаусы юлын рядовой сифатында башлаған «Сәлим» хәҙер кесе лейтенант званиеһын алған.

Доғалары менән Еңеүҙе яҡынайта

Улы фронтта Ватан мәнфәғәттәрен яҡлағанда, әсәһе Рәсимә Ғәли ҡыҙы көн һайын «Йөрәк саҡырыуы буйынса» ирекмәндәр берекмәһенең маскировка селтәрҙәрен үреү цехында эшләй. Һәр эш көнө ҡаланың битараф булмаған кешеләре менән ул иртә таңдан цехҡа килә, таҫма артынан таҫма, селтәр артынан селтәр үреп, яратҡан улы менән осрашыу көнөн яҡынайта, яугирҙарыбыҙҙы дошмандың осоусы аппаратары «күҙенән» һаҡлай.

- Мин бында күңел тыныслығы табам, - ти яугирҙең әсәһе. – Улымды көтөүҙең борсоулы мәлдәрен яңғыҙ үтеү еңел түгел. Бында иһә ирекмәндәр менән аралашам, уларҙың һәр береһенең дә бөгөн кемеһелер тыуған илебеҙҙе һаҡлай.

Фронтовик ҡыҙы ҡасандыр уның улына ла илебеҙҙең азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон ҡорал менән яҡларға тура килер, тип уйлағанмы икән?! Рәсимә апайҙың атаһы Мөхәмәтғәли Зариф улы Ҡотлогилдин Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. 1944 йылдың мартында фронтҡа саҡырыла. Бер ай Алкинола хәрби әҙерлек үтә һәм апрелдә Көнбайышҡа ебәрелә.

Мөхәмәтғәли Зариф улы артиллерия полкында хеҙмәт итә, йәш кеше пушкаларға 16 килограмлыҡ снарядтар ташый. Көнсығышта япондарға ҡаршы һуғыш башланғас, уларҙың полкын шунда ебәрәләр. Рәсимә Сәлишева атаһының һөйләгәндәренән уларҙың Өфө аша йөк поезында үтеүҙәрен хәтерләй. Унда улар хатта бер аҙ ваҡытҡа туҡталып та тора, әммә яҡташтарын күрергә форсат булмай. Билдәләнгән урынға килеп еткәс, Даманский утрауында урынлашалар һәм оборона тоталар, ил сиген һаҡлайҙар.

Еңеү көнөн Мөхәмәтғәли Зариф улы Япония сигендә ҡаршылай. Һуғыш тамамланғандан һуң тағы ла биш йыл хеҙмәт итә. 1950 йылдың көҙөндә генә тыуған ауылына ҡайта. Ғаилә ҡороп, ормош иптәше менән 46 йыл йәшәйҙәр, алты бала тәрбиәләйҙәр: Әнүәр, Әмир, Зәйтүнә, Минияр, Рәсимә һәм Альберт.

Күрәһең, олатаһының өлгөһө «Сәлимде» лә хәрби юлдан китергә, Ватанды ҡорал тотоп яҡлаусы яугир булырға рухландырғандыр.

Еңеүселәр быуынының лайыҡлы дауамы булған «Сәлимгә”, хеҙмәттәштәренә иҫән-һау ҡайтыуҙарын, ә Рәсимә Ғәлиевнаға һәм яратҡан улдарын, тормош иптәштәрен, туғандарын һәм яҡындарын көтөүсе бөтә әсәләргә, ҡатындарға, һеңлеләргә һәм туғандарға именлектә осрашыу бәхете теләйбеҙ!

Фотолар Р. Сәлишева архивынан.

Фотоларҙа: МХО яугире «Сәлим»  - алғы һыҙыҡта.

«Сәлимдең» олатаһы Мөхәмәтғәли Зариф улы Ҡотлогилдин Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.

МХО яугире «Сәлим»  - алғы һыҙыҡта, әсәһе тылда Еңеү яҡынайталар
МХО яугире «Сәлим» - алғы һыҙыҡта, әсәһе тылда Еңеү яҡынайталар
Автор:Гулия Шагигалина
Читайте нас: