ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
2 Ноябрь 2017, 14:04

Бәхет нимә?

Бишле алып, әсәйемде, атайымды шатландырыу! Үҙемде бик бәхетле һанайым, сөнки һулар һауам, эсәр һыуым, йәшәр төйәгем һәм, иң мөһиме, янымда атай-әсәйем, ағайым, ҡустым, дуҫтарым бар.

Миңә 9 йәш йәш. Матур тәбиғәтле Яңауыл башланғыс мәктәбендә белем алам. Бөтә фәндәрҙән дә тик яҡшы билдәләргә өлгәшергә тырышам. Бигерәк тә математика, әҙәбиәт дәрестәрен үҙ итәм. Һүрәт төшөрөргә, бейергә, йырларға ла яратам. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашам, яҡшы һөҙөмтәләр менән атай-әсәйемде ҡыуандырам.
Беҙҙең ғаилә бик татыу. Атайым "Эколайн" асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә машинист булып эшләй. Уның ҡулы оҫта, нимәгә генә тотонмаһын, бына тигән килеп сыға.
Әсәйем һөнәре буйынса бухгалтер. Ул да эшен яратып башҡара. Әлеге көндә юғары уҡыу йортонда өҫтәмә белем ала. Ҡул эштәренә, аш-һыуға оҫта. Мине мәктәптән һәр ваҡыт тәмле аш, хуш еҫле сәй менән көтә. Уның яратҡан шөғөлө - гөл үҫтереү. Беҙҙе лә йорт эштәренә, гөл үҫтереү серҙәренә, ыҫпай кейенергә өйрәтә. Әсәйемә ҡулымдан килгәнсә ярҙам итергә тырышам. Бөтә теләгем - киләсәктә әсәйем, атайым кеүек изге күңелле, мөләйем, кешелекле булырға!
Азат ағайым менән Диана апайымды ла яратам. Уларға тыңлаусан ҡусты булырға тырышам. Ағайым Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында уҡый. Уҡыуҙа ла һынатмай, спортта ла уңыштары бар. Көрәш буйынса республика ярышында Урал батыр кубогын яуланы ул. Маҡтау грамоталары, миҙалдары бихисап. Ә Диана апайым быйыл гимназияға 5-се класҡа барҙы. Ул һүрәт төшөрөргә, бейергә, шиғыр һөйләргә ярата. Конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай.
Беҙҙең менән бөтәбеҙ өсөн ҡәҙерле булған өләсәйебеҙ йәшәй. Ул - хеҙмәт ветераны, ауылда абруйлы кеше. Быйыл уға 85 йәш тула. Өләсәй бешергән бәлештәрҙе, һөйләгән әкиәттәрен бигерәк яратам. Ул беҙҙе ололарға иғтибарлы, кеселәргә ярҙамсыл булырға, эш һөйөргә өйрәтә. Уның үткән ғүмере аяныслы ла, ҡыҙғаныс та, сөнки бала сағы һуғыш осорона тура килгән.
Һәр кемгә үҙенең атай-әсәһе, тыуған ере, һауаһы, тупрағы ҡәҙерле. Күгебеҙ бөгөнгөләй һәр ваҡыт аяҙ, тыныс булһын, йылға-күлдәребеҙ ҡоромаһын, янғындар, ғәрәсәттәр, һуғыштар булмаһын. Һәр бала үҙ ғаиләһендә бәхетле, татыу, имен һәм ҡайғы-хәсрәт күрмәй йәшәһен ине...
Илмир Аҡбашев, Яңауыл башланғыс мәктәбе уҡыусыһы.
Читайте нас: