Өйгә килеп инеү менән ниндәйҙер бер аңлата алмаҫлыҡ йылылыҡ, нур бөркөлә. Күңелде рәхәтлек тойғоһо һәм тыныслыҡ солғап ала. Бер тынала ошондай хистәрҙе кисереү үҙе бер бәхет икән дә. Һүҙем күптәргә өлгө булырҙай Ҡотош ауылында йәшәгән бәхетле, татыу ғаилә Гөлназ һәм Рәүф Ғабдрахмановтар хаҡында булыр.
Икеһе лә татыу һәм ишле ғаиләлә тыуып үҫкән. Рәүф һәм Гөлназ 8-се кластан һуң Салауат педагогия колледжына имтихан бирергә барғанда таныша. Тик йәштәргә ул саҡта бергә булырға тура килмәй, уларҙың юлдары айырыла. Рәүф Салауат педагогия колледжында дүрт йыл уҡығандан һуң, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында белем ала. Уҡып бөткәс, йәш егетте Юлдаш мәктәбенә эшкә ебрәләр. Унда бер йыл эшләгәс, үҙенең тыуған ауылына ҡайтып, балаларға башҡорт һәм урыҫ телдәренән белем бирә, мәктәп директоры була, ә Гөлназ, һөнәрселек училищеһында лаборант һөнәрен үҙләштереп, Мәләүез химия заводында уңышлы эш башлай.
Ун бер йылдан һуң Рәүф Зөфәр улы менән Гөлназ Миңлефәр ҡыҙын яҙмыш ҡабат осраштыра. Йәштәр, 2000 йылда гөрләтеп туй үткәреп, бергә донъя көтә башлайҙар. Әлеге көндә Рәүф Зөфәр улы Троицкий мәктәбенә көн һайын йөрөп урыҫ теленән уҡыта, ә Гөлназ Минфәр ҡыҙы - өйҙә уңған хужабикә.
Ике тапҡыр республика кимәлендә үткәрелгән «Йыл уҡытыусыһы» конкурсында ҡатнашып «Иң йәш уҡытыусы» һәм «Һөнәремә тоғро ҡалам» номинацияларында еңеп, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән. Бынан тыш, районда ғына түгел, бөтә республика кимәлендә төрлө конкурстар лауреаты ла ул. Ғабдрахмановтар күҙҙең яуын алып торған ҙур, матур йорт төҙөп сыҡҡандар. Рәүф ағай үҙ ҡулдары менән йорт төҙөгән, эсендә заман талаптарына яраҡлаштырып бөтә уңайлыҡтарын булдырған. Буш ваҡытында ғаилә башлығы һандыҡ, беседкалар ҙа эшләй. Ә хужабикә ҡул эштәренә оҫта: ырғаҡ менән шәлдәр, япмалар бәйләй.
Улар итәғәтле, аҡыллы малайҙар өс ул тәрбиәләйҙәр. Өлкән улдары Айнур Мәләүездә күп профилле һөнәрселек колледжында белем ала. Тырыш егет, уҡыуҙа ла, спортта ла һынатмай, район буйынса ярыштарҙа ҡатнашып, лайыҡлы урындар биләй. Уртансылары Ильнур Кумертау ҡалаһында Ю. Гагарин исемендәге 3-сө һанлы гимназияла 8-се класта уңышлы уҡып йөрөй. Ул атаһына оҡшап оҫта ҡуллы. Матур итеп һүрәт төшөрә. Йорттоң эсе тулы уның ҡулы менән эшләнгән һүрәттәр, таштар, кораблдәр. Район, ҡала, республика кимәлендә үткән конкурстарҙа, олимпиадаларҙа призлы урындарҙы яулай. Бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә. Төпсөктәре Инсаф әле балалар баҡсаһына йөрөй.
Йәштәр оло йәштәге Фирҙәүес инәйгә оло хөрмәт күрһәтәләр. «Әнейебеҙ балаларҙы үҫтерешеүҙә ныҡ ярҙам итә. Эштә саҡта гел ашарға бешкән, балалар тәрбиәле, ҡараулы була торғайны. Уға сикһеҙ рәхмәтлемен,”- ти Гөлназ апай ҡәйнәһе хаҡында.
Ошондай матур ғаиләгә һоҡланып, татыулыҡтың сере нимәлә тип һорамайынса булдыра алманым. «Бер-беребеҙҙе аңлап, уртаҡ фекергә килеп йәшәйбеҙ. Килеп сыҡҡан сетерекле хәлдәрҙә уртаға һалып, тыныс ҡына хәл итәбеҙ. Икебеҙ ҙә бер йүнәлештә ҡарағас, тормошта йәшәүе лә еңелерәк. Балаларҙы тәрбиәләгәндә уларҙа илһөйәрлек, эшһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләргә тырышабыҙ. Оло быуын кешеләренә, ҡатын-ҡыҙға ҡарата ихтирамлы, иғтибарлы булырға өйрәтәбеҙ. Улдарыбыҙҙың киләсәктә илебеҙгә кәрәкле шәхестәр булып үҫеүен теләйбеҙ».
Ғабдрахмановтарҙың татыу, матур, ҡотло ғаиләһе ауылға йәм өҫтәй. Улар - илдең терәге лә, киләсәге, лә бөгөнгөһө лә. Ошондай, күптәргә өлгө булырҙай ғаилә ағзалары менән аралашып, үҙемә илһам алып ҡайтҡандай булдым, рәхәтлек тойғоһон кисерҙем.
Һүрәттә: Рәүф һәм Гөлназ Ғабдрахмановтарҙың татыу ғаиләһе.