ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
11 Ғинуар 2018, 10:55

Ҡоштар ҙа бит, йондоҙҙарға ҡарап оса

Оҙаҡ көтөлгән ҡыш ҡыйыуһыҙ ғына һалҡындан туңып ярылған ер өҫтөнәмамыҡтай ҡар бөртөктәре һибә. Тәбиғәттең илаһи, серле мәле - йыл миҙгелеалмашынған ғына түгел, эшһөйәр, әммә иртәсел Әтәсте оҙатып, тоғро Эт йылынҡаршылаған осор.

Оҙаҡ көтөлгән ҡыш ҡыйыуһыҙ ғына һалҡындан туңып ярылған ер өҫтөнә мамыҡтай ҡар бөртөктәре һибә. Тәбиғәттең илаһи, серле мәле - йыл миҙгеле алмашынған ғына түгел, эшһөйәр, әммә иртәсел Әтәсте оҙатып, тоғро Эт йылын ҡаршылаған осор. Ауыл халҡының баҡса, ваҡ-төйәк эштәрен тамамлап, байрам кәйефенә сорналған мәле.
Юлыбыҙ тағы Һарыш ауылына төштө. Ошона йәшәгән Миңлиә һәм Юныс Ғабдуллиндарҙың йорто ауыл мәҙәниәт йортона күрше генә. Бында уҙған һәр сарала әүҙем ҡатнашып, йәштәрҙә тыуған яҡ, тарихҡа һөйөү, ауылдаштарында киләсәккә ышаныс уятыуға ҡулдарынан килгәнсә булышлыҡ итә улар.
Икеһе лә колхозда намыҫлы эшләгән, тиҫтерҙәре һымаҡ ғаилә ҡорған , балалар тәрбиәләгән. Хоҙай Тәғәлә яратҡан кешеһенә һынауҙы күп ебәрермен тигән, яҙмыш был ғаиләнең түҙемлеген, сыҙамлығын бер тапҡыр ғына тикшермәгән. 5 балаһының икәүһен ваҡытынан алда ҡара гүргә һалған атай менән әсәйҙең йөрәгендә юғалтыу ҡайғыларынан тәрән яра һалынған.
Ғабдуллиндар икеһе лә күптән инде хаҡлы ялда. Юныс ағай фәнни, әҙәби китап уҡырға ярата, китаптар, Карл Маркстың “Капитал” нан алып, урыҫ, сит ил, башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәренә тиклем кәштәлә теҙелгән. Шәжәрә туплау, ауыл тарихын мәңгеләштереү буйынса ла ҙур эш алып бара. Тағы ла гармун, баянда ла өҙҙөрөп уйнай хужа.
Миңниә апайҙың күңел йылыһы һалып әҙерләгән тәмле ҡамыр аштары, төрлө ептәрҙән бәйләнгән шәл, ойоҡбаштарын күргәҙмәгә генә ҡуйырлыҡ! Ауылда эшләгән “Йәйғор” түңәрәгенең әүҙем ағзаһы ла ул.
Ғабдуллиндарҙың һөйөүе балаларын ғына түгел, бөгөн ҡанат аҫтына алынған ейәндәрен дә йылыта.
Мамыҡтай ап-аҡ ҡар шаршауын ярып, күккә ынтылған ҡоштарға оҡшаттым был парҙы. Ана бит, талпынып туйғас, ҡошсоҡтар ултырыу менән ҡар бөртөктәре, бихисап нурҙар, сәсеп ергә ҡойолдо. Миңлиә апай һәм Юныс ағай ҙа кешеләргә, яҡындарына тик матурлыҡ, изгелек нурҙары сәсә.
Һүрәттә: Сабит һәм Айгиз ҡәҙерлеләре менән.
Автор фотоһы.
Читайте нас: