Конгэк
-13 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
15 Ғинуар 2018, 17:05

Йондоҙҙарға тиң ғүмер

Беҙ йыш ҡына ғаләм киңлегендә балҡыған йондоҙҙарға ҡарап һоҡланабыҙ. Талантлы кешеләрҙе лә күп осраҡта улар менән сағыштырабыҙ. Ә бит “йондоҙҙар”ҙан башҡа был тормошта матур, ҡабатланмаҫ эҙ ҡалдырған ябай хеҙмәт эйәләре, изге күңелле кешеләр ҙә күп.

Беҙ йыш ҡына ғаләм киңлегендә балҡыған йондоҙҙарға ҡарап һоҡланабыҙ. Талантлы кешеләрҙе лә күп осраҡта улар менән сағыштырабыҙ. Ә бит “йондоҙҙар”ҙан башҡа был тормошта матур, ҡабатланмаҫ эҙ ҡалдырған ябай хеҙмәт эйәләре, изге күңелле кешеләр ҙә күп.
Шундайҙарҙың береһе - ошо көндәрҙә күркәм юбилейы айҡанлы ҡотлауҙар ҡабул иткән Фирүзә Абдуллинаның ғүмер юлы яҡты нур кеүек. Сығышы менән ул Федоровка районы Ҡораласыҡ ауылынан. Исеме есеменә тура килә уның. Фирүзә йөҙөк ҡашы, ҡиммәтле бүләк тигәнде аңлата.
Мәҡәләм геройының бала сағы дәһшәтле һуғыш йылдарына тура килә. Атайҙарын фронтҡа оҙатҡанда әсәй ҡосағында өс бала ҡала. Улар яҙмыштың бөтә ауырлығын ҙур түҙемлек менән күтәрә. Фирүзә һөйкөмлө, яғымлы, эш һөйөүсән, мәрхәмәтле, итәғәтле ҡыҙ булып үҫә. Ауылда мәктәпте тамамлап, Стәрлетамаҡ медицина училищеһына уҡырға инә һәм һайлаған һөнәренә ғүмер буйы тоғро ҡала. Уның мөхәббәте лә һоҡландырғыс, наҙлы хистәр менән биҙәлгән. Күркәм холоҡло, уңған ир-егетте үҙенең ғүмерлек тормош иптәше итеп һайлай. Иңгә-иң терәшеп йәшәүҙәренә 58 йыл тулды. Уларҙың ғаиләһе бөтә туғандарҙы берләштереп, ярҙам итеп, һәр кемгә терәк-таяныс булып йәшәй.
Яҙмыш елдәре уларҙы 1990 йылда Мәләүез ҡалаһына алып килә. Тәжрибәле, миһырбанлы Фирүзә Абдуллинаны “Мәләүез минераль ашламалар” йәмғиәтенең поликлиникаһына фельдшер итеп алалар. Ә Таһир Сабир улы спорт комплексында директор урынбаҫары булып урынлаша. Ҡыҙҙары - уларҙың мөхәббәт емештәре. Өлкәне Рима Өфө ҡалаһы финанс техникумын һәм Мәләүездә МДИТУ-ны тамамлап, әлеге көндә Федоровка районында хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығында эшләй. Роза Башҡорт дәүләт аграр университетын, Мәскәү финанс институтын тамамлаған һәм “Осҡон” йәмғиәтендә финанс директоры дилбегәһен тарта. Һәр береһенең үҙ ғаиләһе, яратҡан эше бар. Һөйөклө әсәйҙәре хаҡында улар:”Әсәйебеҙҙең һөйкөмлө ҡарашы - ҡояшҡа, кәңәштәре, йылы һүҙҙәре алтынға тиң, атайыбыҙ ҙа – аҡыл эйәһе, изгелек эшләргә өйрәтә”, - ти.
Фирүзә Ғаяз ҡыҙы ғүмере буйы кешеләргә ярҙамға ашыҡты, намыҫлы эшләне, ғәҙел булды. Шуға ла Аллаһу тәғәлә уны бәхетле яҙмыш менән бүләкләгәндер.
Люция Ғүмәрова.
Читайте нас: