Конгэк
-4 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
23 Ғинуар 2018, 16:56

55 йыл иңгә иң терәшеп

Районыбыҙматур тормош көткән өлгөлө ғаиләләргә бай. Шуларҙың береһе – изумруд туйҙарынбилдәләүсе Хәфизә һәм Рәис Мөхәммәтшиндар.

Районыбыҙ матур тормош көткән өлгөлө ғаиләләргә бай. Шуларҙың береһе – изумруд туйҙарын билдәләүсе Хәфизә һәм Рәис Мөхәммәтшиндар. Уларҙың мөхәббәт тарихы 55 йыл элек Федоровка районы Аҡбулат мәктәбендә Рәис Абдулла улы уҡыу һәм уҡытыу мөдире булып, ә Хәфизә Вәлиәхмәт ҡыҙы һатыусы булып эшләгән осорҙа башлана. Ҡыҙҙың дини, рухи яҡтан бай булыуы егетте әсир итә.
Рәис ағай Федоровка районы Әтәс ауылында колхозсы ғаиләһендә иң төпсөк бала булып тыуа. Ауыл мәктәбен тамамлап, 1957-1960 йылдарҙа Алыҫ Көнсығышта хәрби хеҙмәт бурысын үтәп ҡайтҡас, Аҡбулат мәктәбендә химия һәм биология уҡытыусыһы булып эш башлай.
Хәфизә инәй Аҡбулат ауылында ишле ғаиләлә тыуа. Ауыл мәктәбенең 8 класын бөтөп, Өфө кооператив техникумында уҡый. Уны тамамлағас, ауылға һатыусы булып эшкә ҡайта. 1962 йылда өйләнешеп, йәштәр Әтәс ауылында тормош көтә башлайҙар.
1979 йылда Мәләүезгә күсеп, Рәис Абдулла улы Мәләүез химия заводында яңы төҙөлгән цехта смена начальнигы булып хеҙмәт юлын дауам итә. «20 йыл мәктәп тә, 20 йыл химия заводында эшләнем,”- ти Рәис ағай үҙенең хеҙмәт юлы хаҡында. Хәфизә Вәлихмәт ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡансы 21-се балалар баҡсаһында хужалыҡ эштәре буйынса мөдир булып эшләй. “Уҡытыусы ла, һатыусы ла, көтөүсе лә булдым, сөгөлдөр ҙә үҫтерҙем,”- ти ул үҙенең тормош юлы хаҡында.
Улар дүрт балаға ғүмер биреп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырғандар. Уларҙың һәр береһе үҙ ғаиләһен ҡорған, йәмғиәтебеҙҙә кәрәкле шәхестәр. Өлкән ҡыҙҙары юғары белем алып, Мәскәү ҡалаһында баш экономист булып эшләй. Улдары Рәфис, Нәфис, Фәнис өсөһө лә Өфө нефть техник университетын тамамлап, Мәскәү, Губкинский ҡалаларында юғары вазифа биләйҙәр. Һәр береһенең балалары үҙ аллы булып, тормош көтәләр.
«Балаларҙы хеҙмәттә тәрбиәләнек. Эш хеҙмәте кеше дәрәжәһен күтәрә тип өйрәттек. Рәнйетеү, хәрәм, урлашыуҙың иң насар ғәҙәттәр икәнен аңлатып үҫтерҙек. Һәр ваҡыт эшләп үҫтеләр. Юғары вазифалар биләүҙәренә ҡарамаҫтан, һәр береһе ябай, кешелекле, кеселекле,”- тиҙәр Мөхәммәтшиндар балалары хаҡында.
Улар һәр мосолман кешеһе үтәй торған бурысты үтәгәндәр: хажға барып ҡайтҡандар.
Мәрйәм Солтанова исемендәге Ғәлиә мәҙрәсәһен тамамлап, әлеге көндә Рәис Абдулла улы Мәләүез мәсетендә - имам, ә Хәҙисә Вәлиәхмәт ҡыҙы намаҙ түңәрәген алып бара, кешеләргә Ҡөрьән сығара. Улар икеһе лә бер намаҙды ла ҡалдырмай уҡыйҙар. Доғаларҙың төп файҙа икәнлеге һәр саҡ күңелдәре түрендә.
Балалары ярҙамында бөтә уңайлыҡтары булған киң, матур йорт төҙөп сыҡҡандар. Өй эсе матур итеп йыһазландырылған. Улар баҡса үҫтереп, йыл һайын мул уңыш алалар. Шулай уҡ емеш-еләк, картуф үҫтереп һатып килем дә алалар.
Хәфизә инәй буш ваҡыттарында дини темаларға шиғырҙар яҙа.
Татыу ғаиләнең төп сере ул иң тәүҙә сабырлыҡ, кисерә белеү, хөрмәт итеү, бер береңә булған мөхәббәтте һүрелтмәү. Улар барыһы ла күңел тыныслығын булдыра,”- ти Мөхәммәтшиндар.
Әлбиттә, ошондай һоҡланғыс ғаиләләр йәмғиәтебеҙҙә юғары урынды биләй. Уларҙан фәһем алырға, һоҡланырға ғына ҡала.
Автор фотоһы.
Читайте нас: