Эргәңдә бер кем дә юҡ, әммә һин тәнеңдең һәр күҙәнәге менән кемдеңдер ҡағылғанын тояһың. Хатта күҙҙәрең йомоҡ булғанда ла сит ҡараштың һине күҙәткәнен һиҙәһең.
Гөлсиә ҡасандан бирле ошолай күҙгә күренмәгән бер көстөң янында барлығын күңеле менән тоя, һиҙә, әммә ҡабул итергә теләмәй. Бына әле лә тәҙрә төбөндәге гөлгә һыу һибә, ә елкәһенә кемдеңдер йылы тыны ҡағылғандай.
Балалары булманы Гөлсиә менән Римдең. Йәш саҡта тиҫтерҙәре ғаилә ҡороп, бәпес туйҙарында булып ҡайтҡандан һуң, мотлаҡ йортта тауыш күтәрелер ине. Сәбәбе - әлеге шул түлһеҙлек. Айҙар йылдарға үрелде, бала көҫәгәндәре, күңелдә тәрән яра һалып, йөрәкте әрнетеп, шулай уҙа торҙо.
Рим өс йыл һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт иткән, шунлыҡтан, балаһыҙлыҡта үҙен ғәйепле тойҙо. Кәләше һеңлеләренең аҡ биләүҙәге сабыйҙарын ҡосаҡлап сеңләп илағанда, уның үкерәһе, бөтә донъяның аҫтын-өҫкә килтерәһе килә торғайны. Бер заман хатта күршелә йәшәгән эскесе ҡатындың ире вафат булғас, балаһын үҙенең исеменә яҙҙырырға ла йөрөнө. Әле тегендә, әле бында атай-әсәй тәрбиәһенән мәхрүм балаларҙы осратһа, йөрәге өҙөлөп төшөрҙәй булып ярһыр, йәлләр ине. Йәшәне лә, йәшәмәне лә һымаҡ Рим донъяла. Ҡыйынлыҡ та күрмәне, рәхәтендә лә ҡойонманы. 50 йәше тулғанда йөрәгенә операция эшләтте, унан һуң инде бер-бер артлы быға тиклем тойолмаған ауырыу, береһе үткәнен икенсеһе көтмәй тигәндәй, ирҙе бөтөнләй аяҡтан йыҡты.
Бына әле лә йоҡо бүлмәһенән тәҙрә алдында сутылдашҡан ҡоштарҙың муйыл ағасынан нимәлер сүпләп шатланғанын күҙәтә. Тороп үҙ аяҡтарың менән ишек алдын бер генә ура, ҡапҡа алдындағы эскәмйәлә көтөү ҡайтҡанын ҡаршыла, ҡош-ҡортоңдо йылға буйынан ҡыуып алып ҡайт ине... Элек бер ҙә иғтибар итмәгән кире ҡылыҡтары ла апаруҡ булған икән дә үҙенең. “Иҫһеҙ хәстрүш”,- тип ауыр көрһөндө Рим, тамағына төйөр булып тығылған кисерештәренә сәсәп. Өйләнеп 3 йыл үткәс, Гөлсиәне түлһеҙлектә ғәйепләп, хатта ҡул күтәрҙе, илатҡансы рәнйетте. Кәләшенең түгел, үҙенең ғәйепле икәнлеген аңлай ине бит ул, ә шулай ҙа, эштәге ирҙәрҙең һүҙен тыңлап, ҡәҙерлеһен бер тапҡыр ғына түгел, әллә күпме нахаҡҡа ҡыйырһытты.
Ҡатыны ауылда китапханасы булып эшләне. Йорттарында һәр ваҡыт ҡурсаҡ өйөндәй тәртип булды, хатта ҡыш көндәрендә лә тәҙрә төптәрендә помидор, ҡыяр уңыш бирҙе. Сәскәләр тураһында әйтеп тороуҙың да кәрәге юҡ. Аш-һыуға оҫта, йылы һүҙле, яҡты йөҙлө, бер ҡасан да күрше-күлән менән бәхәскә лә инмәне кәләше.
... Был мәлдә тәҙрә төбөндәге гөлдәргә һыу һипкән Гөлсиә бүлмәләге иренең йоҡоһон бүлмәҫ өсөн, ҡағыҙҙар менән шыпа тулған сумаҙандың йоҙағын кеҫәһендәге асҡыс менән борҙо. Унда бөкләнгән урынынан һынған, һарғайып бөткән гәзит битендә сөгөлдөр утаған ҡатындарҙың урман һыҙатына яҡын урынлашҡан баҫыуҙа йәнһеҙ бала кәүҙәһен табыуҙары тураһында яҙылған материалды уҡыны ла өнһөҙ генә күҙ йәштәрен һөрттө.
Алыҫ, 90-сы йылдар башында, техникумда уҡығанда алданды Гөлсиә бер ирҙән. Үҙенән байтаҡҡа оло ирҙең йылы һүҙҙәре алдаҡ ҡына икәнлеген аңлаһа ла, тыйыла алманы. Ә уға нимә эшен бөтөрҙө лә, юҡҡа сыҡты. Беренсе мәлдә ауырға уҙғанын аңламаны 18 йәшлек ҡыҙ. Ауылға ҡайтмауын алыҫ районға практикаға ебәреүҙәре, имтихандар менән аңлатты. Дауаханаға ла барманы - ҡурҡты ла, оялды ла, ул йылдарҙа атайһыҙ бала тапҡандарға ҡараш икенсе ине.
Йортонда ошондай эш менән булышҡан бер ҡатындың адресын табып, ауырына 7 ай тулып килгәндә баланан ҡотолорға хәл итте. Тәҙрәнән һарҡып ҡына таң беленгәндә ҡала ситендәге мунсала башҡарылған ҡара эш тамамланды. Һарғайып бөткән туҡымаға төрөлгән йәнһеҙ сабый кәүҙәһен ике көндән саҡ хәл ингән Гөлсиә ҡурҡа-ҡурҡа баҫыу ситенә ташланы ла, артына ла ҡарамай, кире ҡалаға табан атланы. Ҡылған гонаһ ошоноң менән онотолор, тип уйлап яңылышты.
Әммә ҡатын был язаны һаман татый - тыумаған сабыйының тауышы ҡолағына салына, тынын һиҙә хатта. Йорттоң һәр мөйөшөнән ғәйепһеҙ бала күҙҙәре күҙәтә һымаҡ уны. Йәш саҡтағы уйламай яһалған аҙым өсөн бына шулай ғазап кисерә ҡатындар.