Конгэк
+15 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
2 Июль 2018, 15:00
Бер нәмәне лә онотмай
Баш мейеһенең мөмкинлек тәре ғалимдарҙы шаҡ ҡатырыуҙан туҡтамай. Мәҫәлән, улар кешекалендарь феноменын бер нисек тә аңлата алмай аптырай.
Баш мейеһенең мөмкинлек тәре ғалимдарҙы шаҡ ҡатырыуҙан туҡтамай. Мәҫәлән, улар кешекалендарь феноменын бер нисек тә аңлата алмай аптырай. Һүҙ 42 йәшлек ҡатын тураһында, ул Америкала йәшәй һәм исемен атамауҙы һорай. Ханым һуңғы 25 йылда үҙе менән нәмә булғанын барыһын да хәтерләй. Теләһә ҡайһы йылдағы теләһә ҡайһы көндө атауға уҡ, ул һауа торошо ниндәй булған, ҡайһы ваҡытта нәмә ашаған, кемдәр менән осрашҡан, барыһын да һөйләп бирә. Ғалимдарға ул үҙе ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән, ҡатын аҡылдан яҙам тип ҡурҡҡан. Калифорния университеты профессоры Джеймс Макгаф сәйер пациентын алты йыл буйы күҙәтә. Ҡатын ошо
йылдарҙағы һәр осрашыуын минутысекундына тиклем теүәллек менән хәтерләй, әйтерһең видеокассета ҡуя. Уның башҡа һәләте юҡ:артыҡ оҙон һандарҙы хәтерендә ҡалдыра алмай, мәктәптә лә насар уҡыған, ҡайһы сағында ишекте ниндәй асҡыс менән асаһын да онота. Шуға ғалимдар аптырашта: ни тиклем генә тырышһалар ҙа быны аңлата алмайҙар
Читайте нас:
Редакция һайлауы
29 Сентябрь 2023, 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
2 Октябрь 2023, 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ