Конгэк
-13 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
16 Июль 2018, 13:13

Еләк бөртөкләп йыйыла

Еләк йыйҙым бөрлөгәндәре менән

Егәрлеләр генә юҡтан бар эшләп, булмағанды булдырырға тырышалыр ул. Булдыҡлы, хәстәрлекле хужабикәләр һәр миҙгелдең файҙаһын ҡулланырға тырыша. Бөгөн бик күптәре эҫе, һыҙланам, транспорт юҡ тип тормай - еләк йыя. Ҡайнатма ла әҙерләйһең, ашап организмды витаминдар менән дә тулыландырһаң зыяны юҡ, тағы ла һатып аҡса эшләргә лә була.
Мәҫәлән Нөгөштә йәшәүсе Наиля апай Моталлапова менән Флорида Хәкимовалар йылда ошо ваҡытта 20-30 мең аҡса эшләп ҡала. Әйтеүе генә рәхәт, ә бит еләк йыйыу өсөн сос та, етеҙ ҙә булырға кәрәк, һатып ебәреү өсөн оҫталыҡ та талап ителә. Апайҙар аптырап тормай, иш янына ҡуш тип көн дә еләккә тип тауға, яланға сығып китәләр ҙә, баҙарҙа һаталар.
Ә һеҙ еләк йыйҙығыҙмы? Фотоға төшөп, үҙегеҙ, таныштарығыҙ тураһында яҙып ебәрегеҙ.

Автор фотоһы.
Флорида Тимерхан ҡыҙы Хәкимованан рецепт
Ер еләгенән ҡайнатма
1 кг еләккә 1,2 кг самаһы шәкәр алына. Шәкәрҙе йәлләмәгеҙ, уның самаһы шундай. Ҡайнатма өсөн бер ҙурлыҡтағы, өлгөргән, боҙолмаған, ҡараймаған еләктәр генә алына. Өлгөрөп етмәгән еләктәр яҡшы һаҡланһа ла, тәмле түгел, артыҡ өлгөргәндәре иҙелеп бөтә. Ҡайнатма әҙерләү өсөн эмаль һәм ҡалын төплө һауыттан да шәберәге юҡ.
Еләкте шәкәр менән ҡушып һалҡынса урынға 5-6 сәғәткә ҡуйып торорға кәрәк. Һуңынан мин 30-40 минут ҡайнатам да таҙа банкаларға һалып капрон ҡапҡастар менән ябып баҙға төшөрәм. Ҡайнатма бик тәмле килеп сыға, боҙолмай.
Читайте нас: