Бында һүҙ йылына бер бирелгән ял - отпуск хаҡында бара. Улар фекеренсә, әгәр ял ваҡыты ошонан аҙ булһа, кеше 30-50% - ҡа насарыраҡ эшләй икән.
Табиптар иһә, беренсе аҙнаны - яраҡлашыу, икенсе аҙна - ял, өсөнсө, йәғни һуңғы аҙна - элеккесә йәшәү рәүешенә ҡайтыу өсөн кәрәк, тип иҫәпләй.
Психологтар аҡ халатлыларҙың фекерен тулыһынса инҡар итә. Улар, кеше йылына кәм тигәндә өс тапҡыр ял итергә тейеш, тип бара.
Ялдың сифаты күп осраҡта көндәргә түгел, ә уны нисек үткәреүеңә бәйле икән. Ҡайһы берәүҙәр өсөн ял - ул тетрәнеү, йәғни стресс. Был бигерәк тә, гел эшләп күнеккәндәргә ҡағыла. Ундайҙар отпуск ваҡытында ла эшен уйлап борсола, шылтыратыуҙар ҡабул итә. Бигерәк тә, ялға туҡтағансы берәй мөһим эше эшләнеп бөтмәгән булһа, ҡайғыра. Шуға күрә, хәл итеп бөтөлмәгән мәсьәләләрҙе аҙаҡҡы көнгәсә һуҙмаҫҡа кәңәш ителә.
Һуңғы эш көнөн тамамлап, иртәгәһенән үк ял итә башлау ҙа ҡыйын, шуға күрә отпускыны аҙна аҙағына, ял көндәренә яҡын итеп алыу кәрәк. Берәр көн телефон һәм компьютерҙарығыҙҙы һүндереп йә сим-картағыҙҙы алыштырып йөрөп алығыҙ. Ауылда булһағыҙ, тәбиғәткә сығып әйләнегеҙ. Тик унда мотлаҡ иптәшһеҙ, яңғыҙ ғына барыу кәрәк.
Ошо ҡағиҙәләрҙе үтәгәндә, ике аҙнала ла бына тигән ял итеп өлгөрөп була.
Беҙгә йәһүдтәрҙән өлгө алырға кәрәк. Улар яҡшы эшләү өсөн яҡшы ял итеү мөһим, тигән ҡағиҙәгә таянып йәшәй.
Психологтар, отпускыға китер алдынан бер ниндәй ҙә кредит алмаҫҡа, бурысҡа инмәҫкә кәңәш итә. Сөнки ялдан әйләнеп ҡайтыуыңа уны түләр ваҡыт килеп етә. Кешеләр океанға, диңгеҙгә китә тип, ҙур сумма кредит алғансы, көсөңдән килерҙәй генә ял һайлау күпкә отошлораҡ буласаҡ.
Бер нисә йыл рәттән ял итмәй эшләгәндәр ҙә бар. Был - иң ҙур хата. Сөнки кеше организмына арыу, таушалыу, энергия юғалтыу хас.
Отпуск бөтөп эшкә сығыу ҙа бик яуаплы мәл. Бер көн ҡайҙандыр ҡайтып, икенсе көндө эш урынына барыу ныҡ ауыр икәнен күптәребеҙ белә. Шуға ла ғәҙәти тормошҡа өйрәнеү өсөн, сәйәхәттән ике - өс көн алда ҡайтыу кәрәк.
Йылға бер генә бирелә торған ялды көтөп ултырыу дөрөҫ тә түгел, уны айына бер - ике тапҡыр үҙегеҙ ҙә ойоштора алаһығыҙ. Мәҫәлән, тәбиғәткә сығып әйләнеү. Бының өсөн кредит та, юллама ла кәрәкмәй.
Ғәрәпстанда, мәҫәлән, йома көндө ғаиләләр тәбиғәт ҡосағына сығып, ҙур эскәтер йәйеп, сәй эсә. Шул табынға туғандарын, дуҫтарын йыя. Был инде телефон йә компьютер аша аралашыуҙан мең артыҡ. Ә беҙҙә яҡындар менән осрашыу өсөн мотлаҡ берәй мәжлес уңайы кәрәк. Уйлап ҡараһаң, беҙ йәһүдтәр һәм ғәрәптәр саҡлы була алмайбыҙмы ни? Ҡыҫҡаһы - беҙгә ял итеп өйрәнергә кәрәк.