ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
10 Август 2018, 12:13

Милли аш - һыу

Һуңғы осорҙа үҙ һаулығын ҡайғыртып, тәбиғи аҙыҡ менән генә туҡланырға теләүселәр һаны арта бара. Һәр ҡабымы шифа ғына булған, көс-дәрт биреүсе, байтаҡ сирҙәрҙән дауалаусы үҙ ризыҡтарыбыҙ ҙа етерлек беҙҙең. Кибет кәштәләрендә тулып ятҡан ят, яһалма ризыҡтарға алданмайыҡ, табындарыбыҙға милли аштарыбыҙҙы ҡайтарайыҡ.

Ҡыҙыл эремсек
Айыртылған һөттө ҙур ҡаҙанға һалып ҡайнатабыҙ ҙа, ҡайнап сыҡҡан һөткә сөсө ҡатыҡ ҡушабыҙ. Һөт күҙ асып йомғансы иреп сыға. Артабан уны һүрән утта яйлап бутай-бутай биш-алты сәғәт ҡайнатабыҙ, һөт ирегәндә барлыҡҡа килгән эремсек һыуы әкрен генә кәмей бара. Тәменә ҡарап, шәкәр ҡушып ебәрәбеҙ. Теләгән кеше шәкәр урынына бал да ҡуша ала. Ул эремсеккә үҙенсәлекле тәм, еҫ бирә.Ауыҙҙа иреп торорлоҡ аҙыҡ әҙерләргә теләһәгеҙ, аҡ май йә ҡаймаҡ ҡушырға кәрәк булыр. Эремсекте көйҙөрөргә ярамай, сөнки көйөк уның бөтә тәмен юҡҡа сығарасаҡ. Ризыҡтың әҙер булыуын эре төйөрсөктәр барлыҡҡа килеүенән белергә мөмкин. Теләгән кеше ҡыҙыл эремсектең һыуын һарҡытҡас, ит турағыс аша үткәреп ала ла киптереп ҡуя. Был инде бәлеш өсөн бынамын тигән эслек. Шулай уҡ үткәрелгән эремсекте аҡ май ҡушып баҫып алһаң да була. Сәй табынына тәҡдим итер өсөн тәмле генә ризыҡ килеп сыға. Эремсеккә тигән һөттөң яңы һауылған, ҡатыҡтың яңы ойоған, майҙың саҡ яҙылған булыуы ла мөһим.
Күбекмай
500 грамм ауыл ҡаймағына 2 литр айыртылған һөт, 2 литр ойоған һөт (ҡатыҡ, ҡала кефиры ла ярай) кәрәк. Барыһын бергә ҡушып тәрән һауытҡа (батманға) ҡояһың да ҡымыҙ бешкән кеүек туғыйһың. Өҙлөкһөҙ туҡтамайынса туғыһаң, эш һөҙөмтәһе тиҙерәк килеп сыға. Хәҙер уны күптәр миксер ярҙамында туғый, еңел дә, тиҙ ҙә килеп сыға. Бер сәғәт самаһы туғығандан һуң күбекле май бөрсөктәре бүленеп сығып, өҫкә ҡалҡа һәм бер-береһенә йәбешә башлай. Шулай итеп күбекмай барлыҡҡа килә. Күбекмай бик сөсө булмаһын өсөн 1 - 1,5 стакан әсе ҡатыҡ та ҡушабыҙ. Шулай итһәң, ололар әйтмешләй, «күбекмай күңелле була». Тәмле тигәнде аңлата был. Бешеп туҡтағандан һуң өҫтә йөҙөп йөрөгән майҙы ҡалаҡ менән йыйып алабыҙ. Икмәккә һылап ашаһаң, телеңде йоторһоң. Бутҡаға һалырға ла мөмкин. Ул һис күңелгә теймәй. Был майҙа холестерин бөтөнләй юҡ.
Читайте нас: