Иң тәүҙә, айыртылған һөттө ҡайнатып алабыҙ ҙа һыуытырға ҡуябыҙ. Ул йылымыс булырға тейеш. Бармаҡты тығып ҡарайбыҙ эҫелеген, әгәр һөт бармаҡ түҙерлек йылылыҡта булһа, 2-3 аш ҡалағы ойотҡанға әҙерәк шул һөттө ҡушып туҡыйбыҙ ҙа, баяғы һөткә ҡойоп болғатып ҡуябыҙ. Һөт ойоғансы өҫтөн ҡапҡас менән ябып торабыҙ. Ул ойоп ҡатыҡҡа әйләнә. Ҡатыҡты йыш болғатып торорға кәрәк. Шулай итеп, бер-нисә көн ултырып ҡатыҡ әсей, ҡоротто әсе ҡатыҡтан эшләйҙәр. Бер-нисә көндөкөн йыйып ҙур ҡаҙанға ҡойоп, ут өҫтөндә ҡайнатып, һапырып-һапырып тораһың. Ҡатыҡ шыйығайғас, табаҡҡа ҡойоп алаһың да һыуытырға ҡуяһың. Ул һыуынғас, ҡорот тоҡсайына һалып, ел һуғып торорлоҡ урынға элеп ҡуйып һарҡытаһың. Һарҡҡан эркет һыуы ла бик файҙалы, уныһын да ҡулланырға була. Бер-ике көн һарҡып тороп, тамам һыуы ағып бөткәс, ҡоротто берәй оло ғына табаҡҡа ауҙарып алып, самалап тоҙ һалып, икмәк баҫҡан кеүек тасҡар кәрәк. Аҙаҡ йомро ғына итеп ҡорот баштарын эшләп, һалма таҡтаһына йә батмусҡа теҙеп сығаһың. Ҡоротҡа укроп, үткәрелгән муйыл да ҡушалар, уны ыҫлаһаң да бик тәмле килеп сыға. Сөсө ҡоротҡа ҡаймаҡ, бал ҡушып та ашайҙар.