ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
28 Сентябрь 2018, 12:59

Ҡунаҡ хужабикәгә әйләнде

Тыуған яғы Америка иҫәпләнгән үҫенте хәҙер уңыштары менән беҙҙе ҡыуандыра.

Һуңғы ваҡытта һәүәҫкәр баҡсасылар ҡара бөрлөгән ҡыуағына иғтибар бирә башланы. Һеҙ ҙә был үҙенсәлекле еләкте баҡсағыҙҙа үҫтерә алаһығыҙ. Хәҙер уның бик күп сорты һатыла.
Бер нисә йыл элек әхирәтем ошо ҡыуаҡты биргәйне. Ҡышҡы һыуыҡтарҙа туңып ҡороп ҡуйыр тигән шөбһәләрем юҡҡа сыҡты. Тыуған яғы Америка иҫәпләнгән үҫенте хәҙер уңыштары менән беҙҙе ҡыуандыра. Һыу яратыусы, ҡояшлы урынды үҙ итеүсе ҡыуаҡ үҫентеләре өҫкә үрләүсән, йәки ергә ятып үҫеүсән. Уның сәнскеле лә, сәнскеһеҙ ҙә сорттары була, миңә һуңғыһы эләкте. Еләктәре августа өлгөрә башлай, шаҡтай оҙаҡ ҡойолмай, уңышты бер нисә тапҡыр йыйыу мөмкинлеге була. Өлгөрөү осоронда емештәре башта йәшел-ҡыҙыл, һуңынан ҡара төҫкә әйләнә. Уның төҫөн антоциан пигмент матдәләр “яһай”, улар бик көслө антиоксиданттар – шуға күрә был еләк ысын мәғәнәһендә мөғжизәле дауалау көсөнә эйә. Биологик актив матдәләр, органик кислоталар, витаминдар, микроэлементтар тупланмаһы буйынса ул донъяла иң файҙалы емештәр төркөмөнә инә.

Автор фотоһы.

Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 77-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: