Һуңғы арала сауҙа кәштәләрендә ҡара йәшел ҡабыҡлы, формаһы менән ваҡ йомортҡаға оҡшаған фейхоа емештәре күренә башланы. Баҡса еләге, киви, ананас еҫтәре сығып торған был емеш татлы ла, организм өсөн дә бик файҙалы. Уның минераль составына күҙ һалһаҡ, аҙыҡ рационына индереү кәрәклегенә инанырбыҙ. Беренсенән, составында шәкәре, майҙары бик аҙ булыу сәбәпле, ул һимертмәй, икенсенән, йөрәк, бауыр, баш, мейе, ашҡаҙан, бөйөр кеүек ағзаларҙың эшсәнлеген тәьмин итә, нервыларҙы, эндокрин системаларын нығытыу, ҡан тамырҙары һығылмалылығы, матдәләр алмашыныуын яйға һалыу, ҡан составын яҡшыртыу кеүек бик кәрәкле витаминдар һәм минераль матдәләр бар.