Конгэк
-6 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
11 Декабрь 2018, 11:15

Яңы йыл табынына

Яңы йыл табыны ни тиклем бай булһа, йылың шул тиклем матур була тигән юрау бар. Шуға ла һәр кем ҡулынан килгәнсә байрам табынын биҙәргә, мул итеп әҙерләнергә тырыша.

Яңы йыл табыны ни тиклем бай булһа, йылың шул тиклем матур була тигән юрау бар. Бөгөнгө ҡиммәтселек заманында күп итеп бешереп, иртәгәһен сығарыу түгеү кеҫәбеҙгә генә һуғасаҡ. Шуға күрә ашалып бөтөрҙәй генә әҙерләргә кәрәк. Бына, мәҫәлән, түбәндәге салаттан бер нәмә лә ҡалмаясаҡ. Уны әҙерләүе бик еңел. Бының өсөн ыҫланған тауыҡ ите (бешерелгән булһа ла ярай), бер банка ананас, грек сәтләүеге, майонез һәм сыр кәрәк буласаҡ.
Иң тәүҙә итте шаҡмаҡлап турап, өҫтөнә майонез һылайһың. Артабан ананас теҙәһең, уның өҫтөнә ҡырғыстан үткәреп сыр һәм иң һуңынан ваҡлап төйөлгән грек сәтләүеге һалаһың.
Салатты ҙур тәрилкәгә яһап уртаға ултыртырға ла була, розеткаларға һалып һәр кемдең алдына ҡуйырға ла мөмкин.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: