Матур ҡаптарҙа нимә генә һатылмай! Күп тә уйлап тормайынса һаулыҡҡа зыян килтереүсе аҙыҡ-түлекте һатып алабыҙ.
Ғалим-бактериологтар киҫәтә: магазинда иң ҡурҡыныс аҙыҡ - туралып тартмаға һалынған йәшел салат. Тышында ашарға яраҡлығы күрһәтелһә лә, унда тупланған бактериялар эсәк ауырыуына килтерергә мөмкин. Улар салат япраҡтарына тупраҡтан күсә. Бактерияларҙан ҡотолор өсөн ашар алдынан салатты бөтөн килеш яҡшылап йыуырға кәрәк.
Бөтөн донья сәләмәтлек һаҡлау ойошмаһы ҡаҙылыҡ һәм бекон кеүек аҙыҡтарҙан рак барлыҡҡа килеү ҡурҡынысын таныған. Улар составындағы нитраттар эсәктә көслө канцерогенға - нитрозаминға - әйләнергә мөмкин. Ыҫланғандарында бензапирен тигән канцероген бар. Сәләмәт йәшәгең килһә, яҡшы сифатлы ит һатып алып үҙеңә бешерергә кәрәк.
Һуңғы тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, шешәлә һатылған йәшел сәйҙе сифатлы тип әйтеп булмай. Йәшел сәй антиоксиданттары менән файҙалы, ә бына 20 шешәгә бүленгән “сәйҙә” оксиданттар аҙ була. Магазин кәштәләрендәге һыуҙан, шәкәрҙән һәм газдан тора. Иң яҡшыһы - сәйҙе үҙеңә ҡайнатып, юлға шуны алырға кәрәк.
Ғәҙәттә майонезды йомортҡа, һеркә, көнбағыш майы һәм төрлө тәмләткестәр ҡушып яһайҙар. Һатыуға сығарылған майонездарҙа консерванттар, буяуҙар, һәм төрлө стабилизаторҙар ҡушыла. Шулай булғас, уның калорияһы кәмемәй. Әгәр майонез яратаһығыҙ икән, уны яһауы бер ҙә ауыр түгел.
Бының өсөн 1 йомортҡа, 250 мл көнбағыш майы, 1 аш ҡалағы лимон һуты, 1 балғалаҡ әҙер гәрсис, тәменсә тоҙ һәм шәкәр ҡомо.
Арзанлы өҫтәмәләрҙе төйөлгән тәмләткестәргә ҡушыуы еңел. Шуға күрә уның бөртөклөһөн алып, үҙегеҙ төйһәгеҙ файҙалыраҡ.