Конгэк
+15 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
Ә һеҙ унан ниндәй аҙыҡ әҙерләйһегеҙ?
Бөтә яңылыҡтар
Йорт усағы
29 Март 2019, 13:54
Насип түгел ризыҡты сәйнәп тә йотоп булмай
Ҡатын башын күтәреп, хас та бәләкәй генә суҡышлы ҡошсоҡтай, ҡалаҡ менән ирененә тейҙереп алған тамсы һыуҙы йоторға маташты. Йөҙө ҡарҙай түшәгенән дә аҡ. Тоноҡланған күҙҙәрен асырға хәле юҡ, уларҙы селт-селт йомоп ала, йә бер нөктәгә текәп, уйға сумғандай хәрәкәтһеҙ ҡала.
Ҡатын башын күтәреп, хас та бәләкәй генә суҡышлы ҡошсоҡтай, ҡалаҡ менән ирененә тейҙереп алған тамсы һыуҙы йоторға маташты. Йөҙө ҡарҙай түшәгенән дә аҡ. Тоноҡланған күҙҙәрен асырға хәле юҡ, уларҙы селт-селт йомоп ала, йә бер нөктәгә текәп, уйға сумғандай хәрәкәтһеҙ ҡала.
Зөбәйҙә инәй - хәл өҫтөндә. Яңыраҡ ҡына 80 йәше тулды уның. Балалары булманы, кейәүгә сыҡманы. Байрамдарҙа әллә яңғыҙлыҡтан биҙеүеме, әллә кеше менән аралашҡыһы килгәнлектәнме, клубта уҡытыусылар, ауыл советы менән берлектә ойошторолған сара тураһында ишетһә, алдан уҡ әҙерләнә башлар ине. Ауылдаштары уның, нафталин еҫе һеңгән балитәкле күлдәк өҫтөнән боронғо тәңкәләр кейеп, һәр тәҙрәгә йылмайып атлаған мәлен хәтерләй әле. Бәләкәс балалар күрһә, донъяһын онотор ине Зөбәйҙә инәй, кеҫәһенән төрлө тышлы кәнфит-печеньелар сығарып, уларға һуҙған була, ә балалар ни өсөндөр, яңғыҙ йәшәгән инәйҙән тәмлекәс алып, рәхмәт әйтәһе урынға ҡасыу яғын ҡарай. Атай-әсәйҙәрҙең таныш түгел кешеләр менән аралашыуҙан тыйыуҙарының ғилләһе булғандыр был.
Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 25-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты
Шулай уҡ уҡығыҙ
Һәр бер бала - илгә таяныс
Кескәйҙәр күңелен күҙ ҡарашынан аңлай улар
Гортензия матур сәскә атһын өсөн ни эшләргә?