Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Бал менән дауалау

Йоҡоһоҙлоҡ, неврастения Бер ҡалаҡ балды бер стакан йылы һыуға һалып төнгөлөккә эсеп ятырға. Тынысландыра һәм яҡшы йоҡлата.

Йоҡоһоҙлоҡ, неврастения
Бер ҡалаҡ балды бер стакан йылы һыуға һалып төнгөлөккә эсеп ятырға. Тынысландыра һәм яҡшы йоҡлата.
Гипертония
Берәр ҡалаҡ бал, сөгөлдөр, кишер һуты, бер стакан керән һуты (ҡырғыстан үткәрелгән керәнде алдан 36 сәғәт һыуҙа тоталар), бер лимон һуты һалып, барыһын ҡушып бутарға. Көнөнә ике тапҡыр ашар алдынан берәр ҡалаҡ эсергә кәрәк.
Ангина, стоматит, тамаҡ биҙҙәре елһенеүҙән
Бер ҡалаҡ балды бер стакан йылы һыуҙа болғатып сайҡатырға.
Бер ҡалаҡ бал менән бер ҡалаҡ ромашка сәскәһенә 250 мл ҡайнар һыу ҡойоп төнәтергә. Шуның менән ауыҙҙы һәм тамаҡты сайҡатырға.
Киҙеү һәм ОРВИ-ҙан
Берәр ҡалаҡ бал, гөлйемеш, ҡара ҡарағат һәм ҡурай еләге алып, шуларға ике стакан ҡайнар һыу ҡойоп 15 минут төнәтергә. Көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә.
Бер ҡалаҡ йүкә сәскәһенә, бер ҡалаҡ ҡурай еләге ҡушып, өҫтөнә ике стакан ҡайнар һыу ҡойорға һәм 5 минут ҡайнатырға. Бер аҙ төнәткәндән һуң һөҙөп алырға һәм ике ҡалаҡ бал һалып болғарға. Көнөнә 3-4 тапҡыр яртышар стакан эсергә.
Читайте нас: