ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Балаларға тәмлекәс

Кескәйҙәрҙең аш-һыуҙан баш тартыуы - йыш була торған хәл. Бала саҡта барыбыҙ ҙа тәмлекәскә үреләбеҙ, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәмлекәс һәр саҡ файҙалы булмай. Йәш әсәйҙәргә бер нисә тәмлекәстең рецебын тәҡдим итәбеҙ.

Кескәйҙәрҙең аш-һыуҙан баш тартыуы - йыш була торған хәл. Бала саҡта барыбыҙ ҙа тәмлекәскә үреләбеҙ, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәмлекәс һәр саҡ файҙалы булмай. Йәш әсәйҙәргә бер нисә тәмлекәстең рецебын тәҡдим итәбеҙ.
Серле шарсыҡтар
Уны әҙерләү өсөн беҙгә 500 грамм эремсек, 1 йомортҡа, еләк, тәменсә шәкәр, тоҙ һәм шөкәрә онтағы (сухарная крошка) кәрәк.
Эремсеккә шәкәр, тоҙ, йомортҡа һалып бутайбыҙ. Килеп сыҡҡан массаны 20-гә бүләбеҙ. Һәр береһенең уртаһына еләк һалып, шарҙар әүәләйбеҙ. Уларҙы йомортҡаға манып алабыҙ ҙа шөкәрә онтағында әүәләйбеҙ. Ҡайнар һыуҙа бер минут самаһы (өҫкә йөҙөп сыҡҡансы) бешерәбеҙ.
Ҡарағаттан кеҫәл
1 стакан һыу, 2 ҡалаҡ шәкәр, 10 грамм крахмал һәм 50 грамм ҡарағат кәрәк.
Йыуылған емеште иҙәбеҙ, һутын бер һауытҡа ҡойоп, ситкә алып торабыҙ. Емештәргә һыу ҡоябыҙ, ҡайнар хәлгә еткерәбеҙ. Ике ҡат марля аша һөҙәбеҙ. Стакандан кәмерәк сыҡһа, ҡайнаған һыу өҫтәйбеҙ. 1/4 стакан ҡатнашманы крахмалды иретеү өсөн ҡалдырабыҙ, ҡалғанына шәкәр ҡушабыҙ ҙа ҡайнатып сығарабыҙ.
1 ҡалаҡ крахмалды алдан әҙерләгән һыуҙа иретәбеҙ, шунан болғата-болғата кеҫәлгә ҡоябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, уттан алабыҙ. Кеҫәл һыуына биргәс, емеш һутын өҫтәйбеҙ, болғатабыҙ. Ошолай уҡ сейә, ҡурай еләге, ҡара көртмәле, ҡайын еләге, мүк еләгенән дә әҙерләп була.
Алма бәлеше
Ҡамыр әҙерләр өсөн 1 стакан һөт, 1 стакан һыу, ярты стакан көнбағыш майын утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас һыуытып, 1 ҡалаҡ шәкәр, ҡалаҡ осона ғына сүпрә, самалап он, тоҙ һалып ҡамыр баҫабыҙ. Бәлеш эслеге өсөн, алмаларҙы йыуып, уртаһын таҙартып турайбыҙ, шәкәр, ҡаймаҡ ҡушып болғатабыҙ.
Емеш-еләк салаты
1-әр алма, груша, персик, 2-3 сливаны турайбыҙ, 2-3 ҡалаҡ эремсек, ярты стакан ҡаймаҡ, 1-2 ҡалаҡ шәкәр, 1 ҡалаҡ бал ҡушып ипләп кенә болғатабыҙ. Бер аҙ һыуыҡта тотһаҡ, салатыбыҙ тағы ла тәмлерәк буласаҡ.
Читайте нас: