Конгэк
-10 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
22 Август 2019, 13:54

Көлөп алайыҡ әле!

Көлөү кешенең ғүмерен оҙайта ти ғалимдар

Ике уҡыусы мәктәптә ултыра.
- Кисә атайым мине ике тапҡыр тотоп ярҙы, - ти береһе.
- Ни өсөн?
- Беренсеһе - көндәлекте күрһәткәс, ә икенсеһе - көндәлектең үҙенеке икәнен аңлағас.

Ир күршеһенә шылтырата:
- Ғәфү итегеҙ, һеҙ миңә скрипкағыҙҙы биреп тормаҫһығыҙмы икән?
- Уйнарға өйрәнгегеҙ киләме?
- Юҡ, йоҡлағым килә.

Судья әхирәте менән китеп бара. Бер ваҡыт көлә башлай.
- Ниңә көләһен? - ти дуҫы.
- Көләмәс иҫкә килеп төштө, кисә ишеткәйнем.
- Ниндәй? Миңә лә һөйлә әле.
- Һөйләй алмайым. Мин кисә уның өсөн кешене 5 йылға төрмәгә ултыртып ҡуйҙым.

Ҡатын төндә зыярат янына китеп бара, ҡурҡа. Ҡаршыһына килгән ирҙе күреп, оҙатыуын үтенә. Баралар былар, ир көләмәстәр һөйләй, ҡатын көлә.
- Ниндәй ҡыҙыҡһың һин! - ти ҡатын.
- Һин мине иҫән сағымда күрһәң ине...

- Ҡыҙым, Илгизгә кейәүгә сыҡмаһаң ине, уның төҫө лә, буйы ла юҡ,- ти әсәһе.
- Ә миңә матурҙар кәрәкмәй.
- Мин ул турала түгел. Йәллә һин уны, уға былай ҙа тормошта бик күп эләккән...

Бер егет ауыл урамы буйлап ат егеп арбала елдереп йөрөй икән. Үҙе тәмәке тарта. Тәмәкенән осҡон төшөп, арбалағы бесән төтәп китә. Уны күргән ҡарттар: "Егет, янып китеп бараһың бит",- тиҙәр икән. Ә егет: "Йәш саҡта шулай янып йөрөргә кәрәк ул!"- тип тағы ла шәберәк ҡыуалап киткәс кенә арты яна башлағанын һиҙеп ҡалған.

Уҡытыусы балаларға ғибрәт һөйләй;
- Бер малай тәртипһеҙләнгән, ата-әсәһенең һүҙен тыңламаған. Хоҙай уға шуның өсөн яза ебәргән: ул һуҡырайған. Унан поезд аҫтына эләккән һәм ике аяғын өҙҙөргән. Шуның менән уның ғазапланыуҙары бөткән тиһегеҙме? Юҡ! Уны әрмегә алып киткәндәр.


Читайте нас: