ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

“Шайтанлы” көндәр тураһында беләһегеҙме?

Мәктәптә уҡыған йылдарҙа ялан яғынан төпкөлгә килен булып төшкән уҡытыусы апайҙың дәфтәре ҡулға килеп эләкте. Педагогтың дәрәжәһе ҙур ине, шуға ла дәфтәрҙәге яҙыуға ышандым. Унда һәр ай фазаһының төрлө сирегендә ҡабатланып килгән “шайтанлы” көндәр тураһында аңлатма яҙылған ине. (Әйткәндәй, шундай осорҙа күптәрҙең иҫеркес эсемлектәр эсеп тауышланғандарына үҙем күреп инандым.)

Айҙың 9, 15, 23, 29 тәүлегендә кешенең энергетикаһы көсһөҙләнә, күңеле кителеп, рәнйеп барыусан, төшөнкөлөккә бирелеүсән була. Шайтанлы көндәрҙә юл-транспорт аварияһы йышая, хроник ауырыуҙар киҫкенләшә, кешенең нервы системаһы ҡуҙғый. Яңы әйбер һатып алырға, эш башларға, операция планлаштырырға, бурысҡа аҡса бирергә, үҙ-ара мөнәсәбәт асыҡларға ла ярамай.
Сентябрҙә “шайтанлы” көндәр:
7 сентябрҙә көндөҙгө 4-тән 8 сентябрҙә киске 5-кә тиклем;
13 сентябрҙә киске 7-нән 14 сентябрҙең 8-се яртыһына тиклем;
21 сентябрҙең киске 10-дан 22 сентябрҙә сәғәт киске 11-се яртыға тиклем;
28 сентябрҙә таңғы 5-тән 28 сентябрҙең киске 10-сы яртыға тиклем дауам итә.
Читайте нас: