Конгэк
-10 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
11 Сентябрь 2019, 16:29

Һуған серемәһен, тиһәгеҙ...

Һуғандарҙы ҡаҙып алғанда тышын зарарлауҙан һаҡларға кәрәк. Еләҫ, асыҡ һауала киптерегеҙ.Һаҡларға һалыр алдынан тамырын һәм баштарын 5 сантиметр тирәһе ҡалдырып ҡырҡырға.

· Һуғандарҙы ҡаҙып алғанда тышын зарарлауҙан һаҡларға кәрәк.
· Еләҫ, асыҡ һауала киптерегеҙ.
· Һаҡларға һалыр алдынан тамырын һәм баштарын 5 сантиметр тирәһе ҡалдырып ҡырҡырға.
· Боҙола башлаған һуғандарҙы ситкә алып ҡуйыу ҙа мөһим.
· - 2-нән--+5 температурала ҡараңғы урында һаҡларға.
· Үтә күренмәле материалдан тегелгән әйбергә һалырға.
· Төбөнә шарап шешәләренең бөкөһөн һалһаң, дымдан һаҡлар.
· Үҙгәреүсән температурала тоторға ярамай, тиҙ сереүгә килтерәсәк.
· Боҙолған һуғандарҙың тышын, насарайған урындарын алып ташлап, һутһыҡҡыстан һығып алынған өлөшөн һаҡлауға ҡалдырылған һуған өҫтөнә һибеп, уларҙы асыҡ һауала киптереп алырға мөмкин. Был тиҙ сереүҙән һаҡлаясаҡ.
Шулай уҡ һуғанда һығылған һутты көҙгө, тәҙрәләр йыуған һыуға һалһаң, улар ялтырап торасаҡ.
Читайте нас: