ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Мистиктар һандар тәьҫире тураһында

Мистиктар, нумерология белгестәре, кешенең тормошо турана-тура өйө менән фатирының һанына бәйле, тип һанай. Фатирҙың “нигеҙ” һанын белер өсөн, ошо һандарҙы бергә ҡушырға кәрәк. Мәҫәлән, һеҙ 26-сы йорттоң 1-се корпусында, 234-се фатирҙа йәшәйһегеҙ, ти. Шуларҙы айырым- айырым ҡушып сығабыҙ: 2+6+1+2+3+4=18. Әммә һан ябай булырға тейеш. Шуға тағы ҡушабыҙ: 1+8=9. Ә хәҙер уның һеҙҙең яҙмышҡа йоғонто яһағанын ҡарарға ғына кәрәк.

Бер. Әгәр һеҙҙең эш башҡаларҙы ҡайғыртыуға ҡоролған йә булмаһа дәрәҗәле урын алып тораһығыҙ икән, һеҙгә был һан аҫтындағы өйҙә йәшәргә кәрәк. Тик яңғыҙлыҡтан ҡурҡыусыларға бындай һанды һайламау яҡшыраҡ.
Ике. Бында һәр бәхәс тыныс юл менән хәл ителә. Ғалим, ярышсы, экстрасенстар үҙҙәрен бигерәк тә яҡшы хис итер. Ә бына артыҡ хисле кешегә бында йәшәмәү яҡшыраҡ.
Өс. Был һан һәр кем өсөн дә һәйбәт. Был йортта рухи һәм енси энергия артып ҡына торачаҡ. Шулай ҙа аҡса туҙҙырырға яратыусылар бында йшәһә, тиндәрен һаҡлап тотоу ауырға тура киләсәк.
Читайте нас: