Конгэк
-26 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
Хөрмәтле гәзит уҡыусы дуҫтарыбыҙ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр. Йорт усағы
17 Сентябрь 2019, 18:19
Росконтроль йомшаҡ сырҙарҙың өс төрөн ҡара исемлеккә индергән
Йомшаҡ сырҙы икмәккә яғырға, ашҡа һалырға, ҡушып салаттар яһарға була. Ҡайҙа ғына ҡулланһаң да, иң мөһиме - был ризыҡтың сифаты һәм хәүефһеҙлеге.
Йомшаҡ сырҙы икмәккә яғырға, ашҡа һалырға, ҡушып салаттар яһарға була. Ҡайҙа ғына ҡулланһаң да, иң мөһиме - был ризыҡтың сифаты һәм хәүефһеҙлеге.
Рәсәй магазиндарында ниндәй сыр һатылыуын асыҡлар өсөн Росконтроль белгестәре билдәле 7 марка продукцияһын тикшергән: «Карат», «Сыробогатов», «Город сыра», Hochland, «Лакомо», President һәм Viola.
«Карат», «Сыробогатов», «Город сыра» сырҙарында 10-15 процент ҡына һөт майы, уның урынына әлеге етештерүселәр мал (һыйыр) майын файҙаланған. Ә ул арзаныраҡ. Шулай булғас, продукция ла осһоҙ булырға тейеш тә бит. Бынан тыш, һөт майында А һәм D витаминдары күберәк. Һыйыр майы шулай уҡ тәм һәм еҫ буйынса ла һөт майынан айырылып тора, был проблеманы етештерүселәр тәмләткестәр (ароматизаторҙар) ярҙмында еңел генә хәл итә.
Йомшаҡ сыр стандарт буйынса һөт майынан торорға тейеш булғанлыҡтан, үрҙәге 3 етештереүсе лә туп-тура ҡара исемлеккә юл алған.
Ә бына Hochland, «Лакомо», President и Viola. сырҙары тәбиғи һөттән етештерелгән.
Консервантһыҙ 2 генә марка сыр - President и Valio. Hochlandта консерванттар минималь дәрәҗәлә.
Йомшаҡ 7 сырҙың да тулыһынса хәүефһеҙ тип табылыуы ҡыуаныслы.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит