Конгэк
-6 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
24 Сентябрь 2019, 17:25

Һеҙ яратҡан йырҙар

Йыр – кешеләрҙең көндәлек тормош юлдашы, уға әҙәм балаһы шатлыҡлы көндәрендә лә, ҡайғылы мәлдәрендә лә мөрәжәғәт итә, таяна.

Йыр – кешеләрҙең көндәлек тормош юлдашы, уға әҙәм балаһы шатлыҡлы көндәрендә лә, ҡайғылы мәлдәрендә лә мөрәжәғәт итә, таяна. Һалҡын көндәрҙә күңелде йылытырлыҡ йырҙар була!


Әрнемә әле, күңел
Айҙар Тимербаев көйө, Руслан Чернов һүҙҙәре
1. Уҙған һайын ғүмер тигәнебеҙ
Хәтирәләр бара өҫтәлеп.
Рәхәте лә, рәхәт түгеле лә
Булған икән, булған етәрлек.
Ҡушымта:
Уҙа тиеп ғүмер, әрнемә әле, күңел,
Йәшәйһе бит әле, йәшәйһе.
Үткәндәрҙе инде ҡайтарырлыҡ түгел,
Алдағыһы булһын бәхетле.
2. Теләһәк тә, теләмәһәк тә беҙ,
Ғүмерҙәрҙең булмаҫ яңыһы.
Эх, килә шул үкенмәҫлек итеп,
Рәхәтләнеп йәшәп ҡалаһы.
3. Берәүгә лә еңел бирелмәй ул,
Ғүмер тигән оло был юлдар.
Үткәндәрҙән һабаҡ ала белһәк,
Еңелерәк булыр барыуҙар.

Ҡарағай урманда
И.Аллаяров көйө, Л.Абдуллина һүҙҙәре
1. Иҫеңдәме, ямғыр яуҙы
Ҡарағай урманында.
Юҡ, яуманы, йырланы ул
Беҙ икәү тураһында.
Ҡушымта:
Йырланы ямғыр, йырланы,
Күңелдәрҙе нурланы
Иламһырап, йыр тыңланы
Йәш ҡарағай урманы.
2. Күңелдәргә һеңеп ҡалды
Моңдары шул миҙгелдең.
Әллә ярһыу сағың ине –
Иңдәремә түгелдең.
3. Шул урманда яҡтырттың һин
Һүрелгән хистәремде.
Һинең менән үтһәм ине
Ҡалған ғүмерҙәремде.



Читайте нас: