ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Сәстәр - антенна

Сәстәр - кешене космос менән тоташтырған антенна. Ул бөтә энергияны үҙенә туплай: яҡшыһын да, яманын да.

Сәстәр - кешене космос менән тоташтырған антенна. Ул бөтә энергияны үҙенә туплай: яҡшыһын да, яманын да. Сәс оҙонораҡ булған һайын аҡыл һәм фекерләү һәләте арта, хатта кеше көслөрәк була. Бағыусы, күрәҙәселәрҙең сәсе ғүмергә оҙон булған. Элек-электән сәс аҡыл билдәһе булып һаналған. “Сәстәрегеҙҙе ҡырҡһағыҙ, көсөгөҙҙө, һаулығығыҙҙы юғалтырһығыҙ”, - тигән боронғолар. Оҙон итеп үрелгән сәс умыртҡа бағанаһын төрлө яманлыҡтарҙан һаҡлай, тип ышанғандар. Һәр үргән әйбер ҡара көстәрҙән һаҡлай тип ышанғанға, сәстәрҙе таратып йөрөмәҫкә ҡушҡандар, үҙҙәре лә таратмаған. “Кешенең сәсен ҡырҡыу, һаҡалын ҡырыу уны үлтереүгә тиң”, - тигән әйтем дә бар.
Читайте нас: