Конгэк
-6 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
3 Октябрь 2019, 11:53

Көсөңдө һаҡла!

Йыш ҡына хәлебеҙ бөтөүгә зарланабыҙ, уның сәбәбен ниндәйҙер сирҙәргә бәйләп, дауахана тупһаһын тапайбыҙ. Тәнебеҙ ҙә, йәнебеҙ ҙә бөтмәҫ арыу-талыуҙан йонсой. Ниндәй аҙымдарыбыҙ, ҡайһы ғәмәлдәребеҙ беҙҙең энергияны ала? Нимәләр беҙҙе көсһөҙ итә?

Йыш ҡына хәлебеҙ бөтөүгә зарланабыҙ, уның сәбәбен ниндәйҙер сирҙәргә бәйләп, дауахана тупһаһын тапайбыҙ. Тәнебеҙ ҙә, йәнебеҙ ҙә бөтмәҫ арыу-талыуҙан йонсой. Ниндәй аҙымдарыбыҙ, ҡайһы ғәмәлдәребеҙ беҙҙең энергияны ала? Нимәләр беҙҙе көсһөҙ итә? Баҡһаң, сәбәптәре үҙебеҙҙә икән. Бына улар:
1. Тамамланмаған, аҙағынаса еткерелмәгән эштәр.

Ниндәйҙер эшкә тотоноп, уны эшләп бөтмәйенсә, ярты юлда ҡалдыраһың икән - матди сығымдар ғына юғалтмайһың. Компьютерҙа ябылмай ҡалған бит шикелле, аҙағына нөктә ҡуйылмаған эш тә психикала «эленеп» ҡала һәм бер туҡтауһыҙ иғтибарҙы, көстө алып тора.

Вәғәҙә биреп тә уны үтәмәү, бурысҡа алыу, эште башлау һәм ташлау, үҙ өстөңә самаһыҙ күп йөк өйөү кеүек күренештәр тап шулар иҫәбендә.
2. Башҡаларҙы һәм үҙ-үҙеңде алдау.

Ялғанларға тура килгәндә, кеше әллә күпме көс түгә. Ниҙер уйлап сығарырга һәм уға үҙең дә ышанырға кәрәк бит әле башта! Күңелең быға ҡаршы килә, ә телең әйтергә мәжбүр...

Шуға күрә лә, үҙ-үҙеңде алдауҙан, булғаныңдан яҡшыраҡ күренергә тырышыуҙан ҡотолорға кәрәк.
3. Үпкәләү, үҙ-үҙеңә бикләнеү һәм үҙеңде сикләү.

Әҙәм балаһы – энергетик яҡтан һәр ваҡыт асыҡ система. Әгәр уға ниндәйҙер сикләүҙәр ҡуйып, башҡаларҙан айырып тотһаң, ул бик тиҙ бирешә.

Бындай кире күренеш туғанлыҡ ептәренән баш тартҡанда, нәҫел-нәсәбеңде, тамырҙарыңды белмәгәндә, тыуған яғыңды, Ватаныңды күңелеңдә йөрөтмәгәндә, кешеләргә, тормошҡа үпкәләгәндә барлыҡҡа килә. Йәмғиәттән айырылһа, берәү менән дә элемтәһе булмаһа, кеше көсһөҙләнә. Хоҙайҙан айырылыу ҙа энергияны юғалтыуға килтерә.
4. Ҡурҡыу, ышанмау, юҡҡа дошманлашыу.

Ҡурҡыу һәм ышанмау – үпкәләү кеүек үк. Энергетик ресурс бер кәрәкмәгәнгә исраф ителеү өҫтөнә, организм теләһә ҡайһы минутта көрәшкә ташланырға йәки ҡасырға әҙер.
5. Физик, эмоциональ һәм мәғлүмәти «йөк»төң артыҡ күп булыуы йәки физик күнегеүҙәрҙең, тәбиғәт менән элемтәнең етеп бөтмәүе.

Үҙен эш менән артыҡ күмһә йәки кәрәгенән артыҡ борсолһа, кешенең көсө тиҙ бөтә. Мәғлүмәтте ҡабул итеү өсөн энергия күп тотола, юҡҡа үртәлеүҙәр ваҡытында бөйөр өҫтө биҙҙәренең гормондары исраф ителә. Һөҙөмтәлә, бөйөрҙәр менән бәйле сирҙәр килеп сығыу ихтималы арта.
6. Дөрөҫ һәм етерлек йоҡламау.

Әгәр тейеш булмаған ваҡытта ятаһың йәки әҙ йоклайһың икән - организм йоҡлағанда ғына туплай торған көстө йыйырға өлгөрмәй ҡала. Токсиндар туплана, биоритм бутала, баш мейеһе эшкәртелмәгән мәғлүмәт менән тула.
7. Самаһыҙ күп ашау, иҫерткес эсемлек, тәмәке һәм наркотик менән ағыуланыу.

Былар барыһы да организмды булған ресурстарын ошо зарарҙан аралау һәм токсиндарҙы сығарыу өсөн тотонорға мәжбүр итә. Шуның арҡаһында нерв системаһына, бөйөрҙәргә көс килә.
8. Кәрәкмәгән һөйләшеүҙәр, үҙ-үҙең менән эстән бәхәсләшеү, ығы-зығы тыуҙырыу

Былар һеҙгә ваҡ-төйәк тә булып күренергә мөмкин, әлбәттә. Ысынында иһә бына ошо һанап үтелгән кире күренештәргә самаһыҙ күп көс китә лә инде. Мәҫәлән, өндәшмәй, һөйләшмәйерәк тороп ҡарағандан һуң быны бигерәк тә ныҡ аңлайһың.
9. Ауыртыуҙар, дауалап та, төҙәлеп бөтмәгән йәрәхәттәр һәм энергетик вампирҙар.

Быларға тирә-йүнегеҙҙәге күңелегеҙгә ятмаған кешеләр, геопатоген зоналар, насар экология, имгәнеү-бәрелеүҙәр инә.
10. Энергияны иң күп сарыф иткән нәмә - күңелең теләмәгән кешеләр менән яҡын мөнәсәбәттә булыу.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА әҙерләне.
Читайте нас: