Конгэк
-4 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
9 Октябрь 2019, 19:20

Һүҙҙең тылсымлы көсө

Уҡытыусы үҙенең уҡыусыларына һүҙҙең тылсымлы көсө хаҡында һөйләй башлай.

Уҡытыусы үҙенең уҡыусыларына һүҙҙең тылсымлы көсө хаҡында һөйләй башлай. Уны иғтибар менән тыңлап ултырыусыларҙың барыһы ла шул көстө тойоу тураһында хыялланып ултырған мәлдә, артҡы рәттән берәү:

- Юҡты һөйләмәгеҙ, остазым! «Гонаһ, гонаһ!» тип ҡысҡырыуҙан ғына кеше гонаһлы булып китә алмай! Йә киреһенсә, «Бәхет, бәхет!» тиеү генә кемде бәхетле иткән?-тип ҡысҡырып ебәрә.

- Урыныңа ултыр, йүнһеҙ!

Үҙенә ҡарата әйтелгән бындай һүҙгә уҡыусының йәне көйә һәм ул остазын төрлө насар һүҙҙәр менән әрләргә керешә. Асыу уның бар булмышын биләп ала.

- Ғәфү ит мине, уҡыусым. Мин яңылыштым. Һиңә әйткән һүҙҙәремде кире алам, - ти бер аҙҙан остаз, үҙ ғәйебен танып.

Уҡыусы ла тыныслана төшә.

-Бына, күрҙегеҙме, - ти остаз. – Бер һүҙ кешене сығырынан сығарһа, икенсеһе уны тынысландыра ала. Тап ошонда инде уның тылсым көсө.
Читайте нас: