ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
10 Октябрь 2019, 12:48

Бал ҡорттарын ҡышлатыуға әҙерләү

Бал ташыу туҡталғас, инә ҡорттоң көсөн, күстең ниндәй запас менән ҡышҡа инеүен, күс һанын үҫтереүҙе хәстәрләргә, тикшерергә кәрәк. Һалҡындарҙа аҙыҡ оҙаҡҡа етһен, бал ҡорттары уңышлы ҡышлаһын өсөн йылылыҡты һаҡлау мөһим. Күпселек тыштан йылытыуҙы өҫтөн күрә, сөнки махсус материал ҡулланыу дымлылыҡты боҙоуға килтерә. Ә был, билдәле булыуынса,температура режимын һаҡлауҙа, айырыуса бинала, бик мөһим.

Бал ташыу туҡталғас, инә ҡорттоң көсөн, күстең ниндәй запас менән ҡышҡа инеүен, күс һанын үҫтереүҙе хәстәрләргә, тикшерергә кәрәк.
Һалҡындарҙа аҙыҡ оҙаҡҡа етһен, бал ҡорттары уңышлы ҡышлаһын өсөн йылылыҡты һаҡлау мөһим. Күпселек тыштан йылытыуҙы өҫтөн күрә, сөнки махсус материал ҡулланыу дымлылыҡты боҙоуға килтерә. Ә был, билдәле булыуынса,температура режимын һаҡлауҙа, айырыуса бинала, бик мөһим.
Күс уңышлы ҡышлаһын өсөн умартасы ошо мөһим мәлдәрҙе күҙҙән ысҡындырмаҫҡа тейеш.
Ҡышҡылыҡҡа етерлек аҙыҡ менән тәьмин итеү
Талпанға ҡаршы һаҡлыҡ сараһын күреү
Талаптарға яуап биргән подвалды 0 градустан 2-4 градусҡа тиклем йылытыу.
Мөһим! 2- 2,5 килограмға еткән көслө күс яҡшы ҡышлай. Уртаса ғаиләгә 8-9 рам бал етә, уның 1-2-һе бала ҡорттар өсөн һитә - аҙыҡ - кәрәк була.
Читайте нас: