Конгэк
-5 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
17 Октябрь 2019, 16:14

Тәгәрмәсте алмаштырыу ваҡытын күҙҙән ысҡындырмаҫҡа

Санаңды - йәй, арбаңды ҡыш әҙерлә, тип юҡҡа ғына әйтмәгән боронғолар. Автоһәүәҫкәрҙәр, ҡар ятмайынса тәгәрмәстәрен, ҡышҡыларына алмаштырырға ашыҡмай. Юлда хәүефһеҙлек өсөн ҡышҡы шиналы тәгәрмәстәргә күсеүҙе ваҡытында үтәү зарур.

Ниндәй шиналарға өҫтөнлөк бирергә һуң? Барыһы ла, нимәһе менән булһа ла айырылып, бер үк бурысты үтәй. Аҙмы-күпме ваҡыт үтеү менән «энәләре» ашалып бөтә. Нисек, ҡайҙа, ниндәй тиҙлектә йөрөүгә лә бәйле. Машинаға тәгәрмәсте ҡуйыу менән башта, 200 саҡрым тирәһе яйлап йөрөп, тиҙлекте ҡапыл арттырмау һәм ҡапыл туҡтатмау зарур. Ошолай эшләгәндә резиналағы «энәләр» үҙ урынына тигеҙ ултыра, улар аҙаҡтан тиҙ ҡойолмаясаҡ. Ғөмүмән, ҡышҡы ҡоро асфальтта шиплы тәгәрмәстә ҡапыл боролоп, йә булмаһа ҡапыл туҡтауҙан һаҡланырға кәрәк.
Рәсәйҙә һыуыҡтар башланыу менән машина резиналарын ҡышҡыға алмаштырыу мотлаҡ
башҡарылырға тейеш, ти күптәр. Ысынлап та, был миҙгелдә юл хәрәкәтендә авария
осраҡтары йышая. Шундай күңелһеҙлеккә тарымаҫ өсөн тәгәрмәстәрҙе ваҡытында
алмаштырыу мотлаҡ.
Читайте нас: