Конгэк
-6 °С
Ҡар
Telegram
VK
ОК
dzen
Етәкселәр өлгө күрһәтә!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр. Йорт усағы
18 Октябрь 2019, 18:34
Ҡабаҡ үҫтереү хикмәттәре
Ҡыҙрай ауылында башланғыс кластар уҡытыусыһы Венера Күзбәкованың баҡсаһында ғәжәйеп ҙур ҡабаҡтар үҫкән. Йәшелсә орлоғон яҙын картуф баҡсаһында сәскән. “Ямғырҙа дымланып иҙрәгән йомшаҡ тупраҡҡа төртөп сыҡтым да, оноттом тиергә була. Өфөлдәп эргәһендә торманым, ул үҙе үҫте”, - ти хужабикә. Картуф һабағын сабырға салғыһын тотоп , тормош иптәше Мансур Талха улы, баҡсаға сыҡҡан, ғәжәпләнеп, үҙен дә саҡырып сығара. “Барып ҡараһаҡ, эре-эре ҡабаҡ тәгәрәшеп ята! Үҙҙәре күтәрә алмаҫлыҡ ғәләмәт ҙурҙар, әкиәттәге кеүек матурҙар! Ҡул арбаһына икәүләп күтәреп һалып, саҡ өйгә ташып бөтөрҙөк”, - ти Венера Ғилметдин ҡыҙы. Күтәрә алырлыҡтарын туғандарына биргәндәр.
Ҡыҙрай ауылында башланғыс кластар уҡытыусыһы Венера Күзбәкованың баҡсаһында ғәжәйеп ҙур ҡабаҡтар үҫкән.
Йәшелсә орлоғон яҙын картуф баҡсаһында сәскән. “Ямғырҙа дымланып иҙрәгән йомшаҡ тупраҡҡа төртөп сыҡтым да, оноттом тиергә була. Өфөлдәп эргәһендә торманым, ул үҙе үҫте”, - ти хужабикә. Картуф һабағын сабырға салғыһын тотоп , тормош иптәше Мансур Талха улы, баҡсаға сыҡҡан, ғәжәпләнеп, үҙен дә саҡырып сығара. “Барып ҡараһаҡ, эре-эре ҡабаҡ тәгәрәшеп ята! Үҙҙәре күтәрә алмаҫлыҡ ғәләмәт ҙурҙар, әкиәттәге кеүек матурҙар! Ҡул арбаһына икәүләп күтәреп һалып, саҡ өйгә ташып бөтөрҙөк”, - ти Венера Ғилметдин ҡыҙы. Күтәрә алырлыҡтарын туғандарына биргәндәр.
Ҡабаҡ бәлешен бешерә белмәгән хужабикә юҡтыр. Кемдер уны шаҡмаҡлап турай, кемдер ыуғыстан ҡыра, ҡара емеш, йөҙөм һала. Венера апайҙың да рецепты менән уртаҡлашырға булдыҡ. Ҡайҙа, нисек үҫкәнен дә белмәгән ете диңгеҙ аръяғынан килтерелгән ризыҡтарҙы ҡиммәт хаҡҡа алып, файҙалымы, файҙаһыҙмы икәнен белмәйенсә ашағансы, үҙебеҙҙең ҡабаҡҡа өҫтөнлөк бирәйек.
Ярты стакан үҫемлек майына ярты стакан ҡайнаған йылы һыу, тулыр-тулмаҫ балғалаҡ тоҙ, бер йомортҡа һалып ҡамыр баҫырға. Бәлеш эслеге өсөн ваҡ итеп шаҡмаҡлап туралған ҡабаҡ, 2/3 стакан бүрттерелгән дөгө, бер ус йөҙөм, семтем тоҙҙо бергә бутарға, 2-3 аш ҡалағы шәкәр ҡомон, һыйыр майын бәлеш өҫтөнә ҡамыр менән ябыр алдынан һибергә кәрәк. Мейестә бешкәндә май яйлап иреп, бәлеш эслегенә һеңә. Әҙер булғас, өҫтөнә көнбағыш майы һөртөргә. Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит