ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Көҙгө депрессиянан һаҡланыу саралары

Ҡояшҡа бай йәй миҙгеле күҙ асып йомған арала үтеп китте. Уға алмашҡа һалҡын, елле-ямғырлы көҙ килде. Ул беҙҙе оҙайлы ҡышҡа әҙерләгән, күңелдәрҙе моң-һағышҡа һалған миҙгел булараҡ ҡабул ителә. Тап шул осорҙа көслө арыу, насар кәйеф, йоҡоһоҙлоҡ кеүек күренештәр күҙәтелә.

Ҡояшҡа бай йәй миҙгеле күҙ асып йомған арала үтеп китте. Уға алмашҡа һалҡын, елле-ямғырлы көҙ килде. Ул беҙҙе оҙайлы ҡышҡа әҙерләгән, күңелдәрҙе моң-һағышҡа һалған миҙгел булараҡ ҡабул ителә. Тап шул осорҙа көслө арыу, насар кәйеф, йоҡоһоҙлоҡ кеүек күренештәр күҙәтелә. Түбәндәге бер нисә кәңәш һеҙгә ошо хәлдән арынырға, көҙҙөң һәр көнөн ҡәнәғәтлек менән үткәрергә ярҙам итер:

1. Яҡтылыҡ етерлек кимәлдә булырға тейеш. Уның етмәүе организмға кире йоғонто яһамай ҡалмай. Шуға ла ҡояшлы көндәрҙе урамда үткәрергә тырышығыҙ. Кистәрен иһә һүрән ут яҡтыһында телевизор ҡарауҙан, китап уҡыуҙан баш тартығыҙ. Киреһенсә, йортоғоҙҙа өҫтәмә яҡтылыҡ булдырыуҙы хәстәрләгеҙ.

2. Туҡланыуға иғтибар итегеҙ. Күркә ите, банан, һөт ризыҡтарына өҫтөнлөк бирегеҙ. Айырыуса бутҡа файҙалы. Шоколад, какао ла кәйефте күтәреүгә булышлыҡ итә.

3. «Депрессив аҙыҡ» тарҙан баш тартығыҙ. Улар исемлегенә фастфуд, чипсы, ярымфабрикаттар, ҡыҙҙырылған ризыҡтар инә.

4. Төрлө дарыуҙар эсеүҙән һаҡланығыҙ. Улар урынына үлән сәйҙәре эсегеҙ. Бигерәк тә гөлйемеш, бөтнөк, йүкә сәскәһе ҡушып әҙерләнгәндәре файҙалы.

5. Ял итегеҙ. Көсөгөҙ бөтөүен, хәл-торошоғоҙ насарайыуын тойһағыҙ, үҙегеҙгә ял ойоштороғоҙ. Отпуск алып, йылы яҡҡа барып ҡайтығыҙ. Ундай мөмкинселек булмаһа, мунсаға йөрөгөҙ, еҫле майҙар менән массаж эшләтегеҙ.

6. Көҙҙөң йонсоу көндәрен яңғыҙлыҡта, йылы юрғанға төрөнөп ятып үткәреүҙән баш тартығыҙ. Ваҡытығыҙҙы яҡындарығыҙ янында үткәрегеҙ.

Йоҡоғоҙ туйғансы йоҡлау, спорт менән шөғөлләнеү, йырҙар тыңлау, күңелегеҙгә яҡын шөғөл менән булыу ҙа һеҙгә ыңғай тәьҫир итер. Гөлдәр үҫтереү, тәмле ризыҡ бешереү, ижад менән шөғөлләнеү ҙә тик файҙаға ғына булыр. Уйҙарығыҙҙы тик ыңғай яҡҡа көйләргә тырышығыҙ. Ҡояш йылыһына һаран миҙгелдә күңел ҡояшығыҙ ғына һүрелмәһен!

Лена ХӘЙРУЛЛИНА әҙерләне.
Читайте нас: