Конгэк
-4 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
31 Октябрь 2019, 19:26

НИНДӘЙ ИТЕК ҺАЙЛАРҒА?

Аяҡ кейеме һайлағанда арзан итектәргә ҡыҙыҡмағыҙ, уларҙы махсус магазиндан һатып алырға тырышығыҙ. Тәүҙә уның ниндәй материалдан эшләнеүенә иғтибар итегеҙ.

Аяҡ кейеме һайлағанда арзан итектәргә ҡыҙыҡмағыҙ, уларҙы махсус магазиндан һатып алырға тырышығыҙ. Тәүҙә уның ниндәй материалдан эшләнеүенә иғтибар итегеҙ. Иң яҡшыһы - күндән тегелгәне, эслеге тәбиғи булғаны. Улар оҙаҡҡа ла сыҙай, йылыны ла һаҡлай. Йомшаҡ күндән (замша) эшләнгән итек тыштан матур булһа ла, көн дә кейер өсөн түгел. Аҙ ғына еүеш ҡар яуһа ла, унда тоҙ һәм башҡа бысраҡ эҙҙәр ҡала. Күн алмаштырғыстан (кожзаменитель) тегелгән ҡышҡы аяҡ кейеме лә һалҡынға сыҙам түгел - сатнай, йыртылып бара. Өҫтәүенә, йылыны ла тотмай. Һатып алыусыны уларҙың арзан хаҡы ҡыҙыҡтыра.

Стандарт буйынса ҡышҡы аяҡ кейеменең табаны бер сантиметрҙан да кәм булмаҫҡа тейеш. Йоҡа табан ҡышҡы көндәрҙә йылылыҡты һаҡламай. Материалға килгәндә, уның һыу үткәрмәй торған полиуретан, резина, поливинилхлоридтан эшләнгәне яҡшы. Табан аҫты таймаһын тиһәгеҙ, ҡытыршы һүрәтле булғанын һайлағыҙ. Ҡыш өсөн киң һәм тәпәш үксәле аяҡ кейеме уңайлы. Кейгәндә үксә шыуа икән, уны алмауығыҙ хәйерле. Итегегеҙ ҡыҫыҡ булһа, аяғығыҙ тиҙ өшөйәсәк, шуға күрә 1- 2 үлсәмгә ҙурырағын алығыҙ.

Аяҡ кейемен файҙаланғанда уның миҙгелгә тура килеүен дә иҫәпкә алырға кәрәк. Мәҫәлән, күндән тегелгән ҡышҡы аяҡ кейеме ҡоро һалҡын көндәр өсөн тәғәйенләнгән. Еүеш көндәрҙә һыуға сыҙамлы, ҡалын табанлы итектәр яҡшыраҡ. Ҡышҡыһын көҙгө итектәрҙә йөрөһәгеҙ, улар оҙаҡҡа сыҙамаҫ. Бейек үксәле итектәр менән эре ҡырлы таштар өҫтөнән дә йөрөргә ярамай. Бынан тыш, итек ҡалала кеше күп йөрөгән урында, юлдарҙа боҙлауыҡ булмаһын өсөн һибелгән техник тоҙҙан да «ҡурҡа».

Аяҡ кейеме тәрбиә ярата. Уларға ла «ял» кәрәк. Бер үк туфли, итекте көн дә кейергә кәрәкмәй. Һыуланғанда, уны эҫе торбаға ҡуйып киптермәгеҙ, эсенә ҡағыҙ урап һалһағыҙ, ул дымды тиҙ һура. Урамдан ҡайтҡас та аяҡ кейемегеҙҙе таҙартып, майлап ҡуйығыҙ.
Читайте нас: