Конгэк
+14 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
Ә һеҙ унан ниндәй аҙыҡ әҙерләйһегеҙ?
Бөтә яңылыҡтар
Йорт усағы
1 Ноябрь 2019, 13:17
Тәүге ҡар менән, дуҫтар!
Өйөрөлөп ап-аҡ ҡарҙар яуа,Ҡыш етмәгән әле, көҙ генә...
Өйөрөлөп ап-аҡ ҡарҙар яуа,
Ҡыш етмәгән әле, көҙ генә.
Тәбиғәткә бер аҙ үпкә менән
Шиғыр яҙып ҡуйҙым тиҙ генә.
Һары күлдәк кейгән аҡ ҡайындар
Ҡар яулығы, шәлгә һөйөнә.
Эй, ваҡытһыҙ яуған ҡарға ҡарап,
Минең күңел бер аҙ көйөнә.
Сыуаҡ көҙҙөң мөғжизәһен күреп
Танһыҡтарым әле ҡанмаған.
Ер биҙәге япраҡ-балаҫтарын
Күҙ ҡамашыр аҡҡа ҡаплаған.
Болот араһынан күҙен ҡыҫып
Көҙ ҡояшы ергә күҙ һалды.
Аҡлыҡ, паклыҡ сихри матурлыҡтан
Әйтерһең дә ҡапыл таң ҡалды!
Сәлимә Барлыбаева.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты
Шулай уҡ уҡығыҙ
Һәр бер бала - илгә таяныс
Кескәйҙәр күңелен күҙ ҡарашынан аңлай улар
Гортензия матур сәскә атһын өсөн ни эшләргә?