ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Аҡ ҡыштарға яңы өмөт ҡоям...

Ҡапыл ғына аҡ өйөрмә ҡупты - Ҡара ерҙе ҡаплай тәүге ҡар!

Ҡапыл ғына аҡ өйөрмә ҡупты-

Ҡара ерҙе ҡаплай тәүге ҡар!

Тәүге ҡарҙа әйтеп аңлаталмаҫ

Әллә ниндәй сихри бер нур бар...


Һыуыҡ ҡына наҙлы шул бөртөктәр

Йәнгә ниңә йылы өҫтәй икән?

Һалҡын түгел, ялҡын булып ята

Аҡ бәхеттәр күңел көҫәй микән?


Үтер көҙөм - һары һағыш мәлем,

Аҡ ҡыштарға яңы өмөт ҡоям.

Сал сәстәрем күренмәһен әле -

Сылт-сылт ҡына бер ым - шипкерт тоям.



Һәр миҙгелдең ҡабатланмаҫ төҫө,

Ҡабатланмаҫ гүзәллеге барын

Үҙ ғүмерем ярты юлға еткәс,

Аңланым мин бөгөн, әле яңы...


Хушлашмайым, тик һоҡланып ҡына

Көҙгө һуҡмаҡтарҙан ҡабат үтәм.

Өмөттәрем әле һүрелмәһен,

Йәшәйһе бар, күкрәр мәлде көтәм...


З. Ҡаҙаҡбаева
Читайте нас: